Муллағәләмов Марат Сабит улы
Муллағәләмов Марат Сабит улы (рус. Марат Сабитович Муллагалямов; 7 ноябрь 1930 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[1]
Муллағәләмов Марат Сабит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1930 (94 йәш) |
Тыуған урыны |
Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Сермән ауылы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, инженер, партия эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМарат Сабит улы Муллағәләмов 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик.
1953—1962 йылдарҙа — Өфөләге 20-се п/й ойошмаһының (Өфө моторҙар эшләү заводы) өлкән механигы, инженер-тикшеренеүсеһе.
1962—1965 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында, партия эшендә мәшғүл.
1965—1979 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1979—1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
1986—1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБиш саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1996 йылдан 2015 йылға тиклем — һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (өс мәртәбә)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Алты миҙал
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе
- Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре
- «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы» исеме[5]
- «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһе[6]
Ғаиләһе
үҙгәртергәАтаһы — Сабит Муллағәләм улы Муллағәләмов — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ҡатыны Наирә Шаһиәхмәт ҡыҙы Муллағәлләмова 1988 йылда вафат. Ул БАССР Госпланы Президиумы Рәйесе, сәйәси репрессия ҡорбаны Шаһиәхмәт Дауытовтың ҡыҙы булған. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Он посвятил себя служению народу (К 85-летию Марата Муллагалямова)
- ↑ Муллагалямов Марат Сабитович
- ↑ Муллагалямов Марат Сабитович(недоступная ссылка)
- ↑ МУЛЛАГАЛЯМОВ Марат Сабитович
- ↑ Муллагалямов Марат Сабитович
- ↑ БР Ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәләмов Почет билдәһе менән бүләкләнде
- ↑ Учиться, трудиться и любить Родину — вот секрет счастливой жизни 2022 йыл 26 сентябрь архивланған.