«Мрика» (алб. Mrika) — өс шаршауҙан торған опера, Пренк Якова Силики Лазарҙың албан телендәге либреттоһына яҙа. 1958 йылдың 1 декабрендә Шкодер ҡалаһының Мигьень театрында ҡуйылған тәүге премьераһы дүрт шаршауҙан тора[1][2]. Операның төҙәтелгән һәм өс шаршауҙан торған варианты 1959 йылдың декабрь айында Албанияның баш ҡалаһы Тиранала Музыка һәм сәнғәт академияһында тәүге тапҡыр киң тамашасыға тәҡдим ителә. Опера сәхнәгә ике күренештән торған «Албания өҫтөндә яҡтылыҡ» (алб. Dritë mbi Shqipëri) музыкаль спектакленә нигеҙләнеп яҙылған, ул Тиранала 1952 йылдың июлендә ҡуйылған була. Был сәхнә әҫәрен дә Якова менән Силики яҙа. «Мрика» операһы албандарҙың тәүге операһы тип һанала[3].

Мрика
Сәнғәт формаһы Опера
Әҫәрҙең теле албан теле

«Мрика» операһында ваҡиғалар 1950-се йылдарҙа бара. Сюжеты Мирдита округынан сыҡҡан ҡыҙҙың һәм уның ғаиләһенең тормош юлына бағышлана. Мриканың «Ҡояш байыны инде» (алб. Dielli ka perendue) арияһы лирик тонда яҙылған, ә икенсе акттағы Oh! C janë këto trazime арияһы лирик тондарҙа яңғырауы менән айырылып тора. Операның башҡа музыкаһы менән менән сағыштырғанда был ария бәйән ителгән ваҡиғаның драматизмын асып ҡала.

Дүрт шаршаулы тәүге постановкаһының режиссеры Андреа Сканджети, ә өс шаршаулыһые сәхнәгә режиссер Антониу Кристак ҡуя[4]. Баш ҡалала ҡуйылған спектаклдә йырсылар Леонард Деда, Тонин Дайя, Зеф Бека һәм Задей ҡатнаша; Мрика ролен тәүге тапҡыр театр сәхнәһенә күтәрелгән сопрано Клотильда Шантойа башҡара. Автор үҙе дирижерлыҡ итә. Тираналағы спектаклдә Мария Края, Лук Кацать, Авни Мула, Ибраһим Тукики, Йоргжи Вело уйнай. Мостафа Крантя дирижерлыҡ итә.

«Мрика» операһы өсөн Якова Пренк Хеҙмәт ордены һәм Республика премияһы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Teatri Migjeni, Shkoder. www.facebook.com. Дата обращения: 12 май 2020.
  2. «The world encyclopedia of contemporary theatre», Taylor & Francis, <https://books.google.com/books?id=B9RV5UFtPNMC&pg=PA41> 
  3. Prifti, Peter R., Socialist Albania since 1944, Vol. 23, MIT Press, 1978, p. 124. ISBN 0-262-16070-6
  4. «Një nga yjet artit shqiptar, Kristaq Antoniu», <http://gazetavatra.com/nje-nga-yjet-artit-shqiptar-kristaq-antoniu/>  2019 йыл 28 апрель архивланған.