Албания сәнғәт университеты
Албания сәнғәт университеты (алб. Universiteti i Arteve) — албан университеты (элек сәнғәт академияһы булараҡ билдәле булған, алб. Akademia e Arteve); илдәге сәнғәт өлкәһендә юғары белем биреүсе төп уҡыу йорто.
Албания сәнғәт университеты | |
Асылған йылы | |
---|---|
Ректор |
Petrit Malaj[1] |
Студенттар |
яҡынса 1200 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Тарихы
үҙгәртергәУҡыу йортона 1966 йылда, өс институтты (Тирана дәүләт консерваторияһын (алб. Konservatorin Shtetëror të Tiranës), Һынлы сәнғәттең юғары мәктәбен (алб. Shkollën e Arteve të Bukura) һәм Актёрлыҡ мәктәбен (алб. Shkollën e Lartë të Aktorëve «Aleksandër Moisiu») берләштереп, Юғары сәнғәт институты (алб. Instituti i Lartë i Arteve) булараҡ нигеҙ һалына. Албания һәм СССР-ҙың коммунистик хеҙмәттәшлеге осоронда был уҡыу йортоноң уҡытыу процесында рус классик музыкаһы һәм балеты традицияларын файҙаланылған. 1991 йылда сәнғәт академияһы "Һынлы сәнғәт институт"ы итеп үҙгәртелә. 2009 йылдың 12 октябрендә ул «Бөйөк магистр» («Великий магистр») ордены менән бүләкләнә. 2011 йылдың 23 мартында Албания министрҙар советы ҡарары менән Һынлы сәнғәт академияһының исеме «сәнғәт университеты» итеп үҙгәртелә. Сәнғәт университеты 2011/2012 уҡыу йылынан алып үҙенең эшмәкәрлеген башлай. Университет әле лә рус классик музыкаһы һәм балет мәктәптәре менән бәйләнеш тота.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУниверситеттың өс факультеты бар:
- Музыка факультеты:
- музыка фәне, композиция һәм дирижерлыҡ итеү кафедраһы
- йырлау кафедраһы
- Визуаль сәнғәт факультеты:
- һынлы һүрәт сәнғәте кафедраһы
- скульптура кафедраһы
- Сәхнә сәнғәте факультеты:
- актёр оҫталығы кафедраһы
- режиссура, эстрада, дизайн һәм бейеү сәнғәте кафедраһы
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1966—1969 йылдарҙа − Kilica Vilson
- 1969—1973 йылдарҙа − Çaushi Tefik
- 1973—1978 йылдарҙа − zhamo lili
- 1978—1981 йылдарҙа − Madhi Ibrahim
- 1981—1988 йылдарҙа − Jorgji Kristo
- 1988—1991 йылдарҙа − Mato Jakup
- 1991—1992 йылдарҙа − Hysi Fatmir
- 1992—1995 йылдарҙа − Kapexhiu Bujar
- 1995—1997 йылдарҙа − Zheji Gjergj
- 1997—2008 йылдарҙа − Çaushi Kastriot
- 2008—хәҙерге ваҡытта − Malaj Petrit
Тамамлаусылар
үҙгәртергәАлбания сәнғәт университетын тамамлаусылар Албанияла ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә билдәлелек яулайҙар. Улар араһында:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Rektori (алб.)
- ↑ Kledi Kadiu
- ↑ Vénera Kastrati
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (алб.)(алб.)
- Официальный сайт (алб.)(алб.)
- Albania | Ranking Web of Universities (инг.)(инг.)