Мочальский Дмитрий Константинович
Мочальский Дмитрий Константинович (15 февраль 1908 йыл — 20 декабрь 1988 йыл) — рәссам. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980).
Дмитрий Мочальский | |
Исеме: |
Дмитрий Константинович Мочальский |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: | |
Үлгән: |
20 декабрь 1988 (80 йәш) |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Наградалары: |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Мочальский Санкт-Петербургта 1908 йылдың 2 (15) февралендә тыуған .
1905 йыл иҫтәлеге исемендәге Мәскәү изотехникумын һәм Ленинград художество академияһының Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтын (1936) тамамлай, рәссам К. С. Петров-Водкиндың уҡыусыһы була.
«Демонстрациянан ҡайтыу» («Улар Сталинды күргән») (1949), «Еңеү. Берлин. 1945 йылдың 9 майы» (1947), «Совет ғәскәрҙәре Берлинда» график эштәр циклы (1945), картина «Яңы йортҡа күсеүселәр», «Тракторсылар палаткаһы» (икеһе лә — 1957), «Ҡыҙыл мөйөш» (1964), «Ишимда» (1965), «Совхозда иртә. Контор янында» (1967), «Дүрт быуын» (1968), «Баҫыуҙа» (1969), «Клубтағы репетиция» (1972), «Троица» (1975) картиналарының авторы.
Дмитрий Мочальский — СССР Художество академияһының ғәмәли ағзаһы (1973), 1961—1963 йылдарҙа Мәскәү рәссамдар союзы рәйесе, В. И. Суриков исемендәге МГАХИ-ҙа 1937 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем уҡытыусы (1950 йылдан профессор).
Дмитрий Мочальский — Мәскәү рәссамдар союзының тәүге берҙән-бер партияһыҙ рәйесе, «хрущев епшеге» осоронда ул 1961—1963 йылдарҙа был ойошманы етәкләүсе. Низағ менән билдәле Манеждағы «МОСХ -ҡа 30 йыл» ваҡиғаларында асыуы килгән Никита Сергеевич Хрущёв ундағы картиналарҙы күргәс былай тип ҡысҡыра: «Был ниндәй мазня?"», был күргәҙмәлә Дмитрий Мочальский туранан-тура ҡатнаша — ул Хрущевҡа күргәҙмәне күрһәтә. Һәм бөтә был ғауға, тауыш Мочальскийға ябырылаhttp://www.kultura-portal.ru/tree_new/cultpaper/article.jsp?number=421&rubric_id=210 (неопра.). 3 август 2012 йыл.
2008 йылда Д. К. Мочальскийҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙең Суриков институтында рәссамға арналған әҫәрҙәрҙең күргәҙмәһе асыла. Профессор Д. К. Мочальскийҙың бер нисә быуын студенттарының профессор оҫтаханаһында эшләгән 100-ҙән ашыу матур һүрәттәре, эскиздары, оҫтаның үҙе һыҙмалары экспозицияла ҡуйылған була.
Д. К. Мочальский Мәскәүҙең Ваганьково зыяратында ерләнгән[1].
Награда һәм премиялары
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1961)
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1969)
- СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980)
- И. Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1967) — «Сиҙәм ерҙәр кешеләре» серияһынан «Яңы йортҡа күсеүселәр», «Яңы өйләнешкән сиҙәм ерҙәрҙе күтәреүселәр-», «Ҡыҙыл мөйөш», "Ситтән тороп уҡыусылар"картиналары өсөн.
Билдәле уҡыусылары
үҙгәртергә- Байрамов Дурды, «Семерка» ижади берекмәһе рәссамы (1970—1972 йылдарҙа)
- Булгакова Ольга Васильевна
- Гаврилов Владимир Николаевич
- Двоеглазов Михаил Михайлович
- Полотнов Валерий Павлович
- Савицкий Михаил Андреевич
- Смирнов Сергей Иванович
- Телин Владимир Никитович
- Тутунов Сергей Андреевич
- Фролов Игорь Георгиевич
- Чары Амангельдыев, «Семерка» ижади берекмәһе рәссамы (1970—1987)
Шәхси күргәҙмәләре
үҙгәртергә«Дмитрий Мочальский (1908—1988) — соцреализм романтигы», Третьяков галереяһы 2009 [1]
Монография
үҙгәртергә«Дмитрий Мочальский», Издание Третьяковская галерея, Москва 2009
Коллекцияларҙағы эштәре
үҙгәртергә• Дәүләт Третьяков галереяһында
• Пушкин исемендәге ДҺСИ музейында
• Рус дәүләт музейында
• шулай уҡ утыҙҙан артыҡ рәсәй һәм сит ил музейҙарында.
Иҫкәрмә
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Большой энциклопедический словарь: В 2-х т. /Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Сов. энциклопедия, 1991
- ГТГ, каталог работ Дмитрия Мочальского, 2009 М. Л. Бодрова, составители: Н. А. Мочальский,2009
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дмитрий Константинович Мочальский [2]