MосулӘзербайжан Республикаһының административ-территориаль бүлемендәге Закатала районына ингән ауыл

Мосул
әзерб. Mosul
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Закатальский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 3009 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 210 метр
Почта индексы AZ6231[1]
Карта

Məҙәниәте

үҙгәртергә

Ауыл 9 түбәнән тора. Ауылда урта мәктәп, медицина пункты, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, мәсет, ике китапхана, футбол майҙансығы, заманса АТС, почта бар.

Taрихи ҡомартҡылар: 1781 йылда Әдүр-Рәхман Бәдәүи, Һөсәйен һәм Мәһәммәт Чәрдәклиҙәр тарафынан төҙөлгән мәсет, 6 бүлмәле каруанһарай, 2 ҡәберлек.

Географияһы һәм урынлашылышы

үҙгәртергә

Мосул ауылы район үҙәгенән 28 км көньяҡ-көнсығыштараҡ ята. Әлиабад ҡасабаһы, Йәңиян һәм Кәпәнәксе ауылдары, көньяҡтан иһә Алазан йылғаһы буйлап Грузия Республикаһы менән сикләшә.

Ауыл майҙаны 2302,6 гектар.

2009 йылдың 13-22 апрелендә дөйөм халыҡ иҫәбе буйынса, ауылда 2.939 кеше йәшәгән (1.454 ир-егет, 1.485 ҡатын-ҡыҙ )[2]

2012 йылдың 1 ғинуарына рәсми халҡы 3.009 кеше тәшкил итә.[3]Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, күпселек ауыл халҡы әзербайжандар[3], ә рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса - ингилойҙар[4] тәшкил итә. Мосолмандар.

Башҡарма хакимиәт Мосул муниципалитеты тарафынан тормошҡа ашырыла.

Халыҡ башлыса игенселек, малсылыҡ һәм фундук етештереү менән шөғөлләнә.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әзербайжан Республикаһы Закатала район хакимиәте [1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.azerpost.az/?options=content&id=188
  2. Azərbaycan Respublikasının Dövlət Statistika Komitəsi: Zaqatala rayonu(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Zaqatala Rayon İcra Hakimiyyəti: Bələdiyyələr(недоступная ссылка): Mosul bələdiyyəsi
  4. SİL (Summer Institute of Linguistics) İnternational Electronic Survey Reports 2005: The sociolinguistic situation of the Inghiloi of Azerbaijan(недоступная ссылка)