Мостафин Эдуард Роберт улы

Мостафин Эдуард Роберт улы (7 ноябрь 1991 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы. Рәсәй чемпионтаты чемпионы һәм призеры, Рәсәйҙең спорт мастеры (2012).

Мостафин Эдуард Роберт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Эдуард Роберт улы Мостафин 1991 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Өфө районы Дмитриевка ауылында тыуған. Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, беренсе тренеры — Янышев Тимур Урал улы. Башҡортостан Республикаһы һәм «Динамо» спорт йәмғиәте вәкиле, өлкәндәр кимәлендә Валерий Ионович Мишингин һәм Виктор Анатольевич Никитин етәкселеге аҫтында күнекмәләр ала.

2012 йылда Контиолахтила юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, спринтта 54-се урынды, эҙәрлекләү уҙышында 52-се урынды биләй. Рәсәйҙең юниорҙар беренселеге еңеүсеһе (2011, команда ярышында), Болгарияла «Славия Кубогы» халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (Банско).

2015 йылда өлкәндәр өсөн кимәлдә командалы уҙышта Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионы була. Шулай уҡ командалы уҙышта 2017 йылда ил чемпионатының көмөш миҙалын һәм 2014 йылда патрулдәр уҙышында бронза яулай. Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты эстафетаһында көмөш призер була (2013). 2018 йылда Волга буйы федераль округы чемпионатында эҙәрлекләү уҙышында еңеүсе була.[1].

Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә