Мосиевич Борис Михайлович

Мосиевич Борис Михайлович (21 май 1921 йыл28 март 1981 йыл) — СССР тренеры һәм спорт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз категорияһындағы судья (1956), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1961)[1].

Мосиевич Борис Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 21 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Коростень
Вафат булған көнө 28 март 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Королёв, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө тренер
Спорт командаһы ағзаһы Спартак[d] һәм Локомотив[d]
Спорт төрө Ауыр атлетика
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы заслуженный тренер РСФСР «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Борис Михайлович Мосиевич 1921 йылдың 21 майында Украина ССР-ының Коростендә тыуа .

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡара диңгеҙ флотының «Непорочное» эскадра миноносецында моряк булып хеҙмәт итә[2], «Одесса оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән(24.07.1943).

Демобилизациянан һуң Башҡорт АССР-ына килә. Мосиевич, Өфөлә йәшәй. 1947 йылда БАССР-ҙың Физик культура һәм спорт эштәре буйынса комитетының уҡыу-спорт бүлегендә өлкән инспектор булып эшләй. 1952 йылдан алып — «Спартак» ДСО-һының Башҡортостан өлкә советы тренеры , 19631964 йылдарҙа — ДСО «Локомотив» тренеры (барыһы ла — Өфө). 1947 йылдан алып бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тренер була. Борис Мосиевич 1965 йылдан алып Башҡорт АССР-ының ауыр атлетика федерацияһы рәйесе була.

Үҙенең тренер эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ билдәле спортсылар тәрбиәләй[3] — В Чикишев, М. Шабаев, В Агибалов[4], Г Аферин[5], Владимир Вагин, Е. Гирко[6], Рәфил Ханов. Уларҙың ҡайһы берҙәре — донъя рекордсмены.

1981 йылдың 28 мартында Мәскәү өлкәһе Калининград (хәҙер Королев) ҡалаһында вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ христиан зыяратында ерләнә.

  • В Русев батыр Остазы. / Башҡортостанда спорт. Өфө, 1971.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә