Мораҡ уйпатлығы
Мораҡ уйпатлығы, Мораҡ депрессияһы (рус. Мраковская депрессия) — Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндә ҙур кире тектоник структура. Флишоид (карбон), биогерм (аҫҡы пермь), галоген (көңгөр ярусы) һәм ҡыҙыл төҫлө өҫкө пермь терриген ҡатламдары менән тулған тар тәрән асимметрик синклиналь булып тора, ҡалынлығы 1-2 км-ға етә.
Мораҡ уйпатлығы |
Шихан-Ишембай биләненән төньяҡҡа (Ишембай ҡалаһы киңлеге) Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ сигенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙыла.
Структураһы
үҙгәртергәТектоник һәм эрозия килешмәүсәнлектәре менән бүленгән кристалл нигеҙ тоҡомдарынан, рифей-венд һәм палеозой ҡатламдарынан торған 3 структур ҡатлам айырыла.
көнбайыш (тышҡы) зона
үҙгәртергәБында түбәнге пермь ҡатламдарында ишембай тибындағы нефть ятҡылыҡтарын һыйҙырған риф массивтары үҫешкән.
үҙәк зона
үҙгәртергәБында кинйәбулат тибындағы йыйырсыҡтарҙа бер нисә нефть һәм газ ятҡылығы: Бөркөт, Волостновка, Воскресенск, Исем, Подгорный, Һарытау ятҡылыҡтары асылған.
көнсығыш (эске)
үҙгәртергәБында ҡаплау шыуҙырмалары менән боҙолған юғары амплитудалы йыйырсыҡтар үҫешкән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Новые данные о строении Южной части Предуральского прогиба по результатам сейсмических работ// Светлакова А. Н., Разуваев В. И., Горожанина Е. Н., Пучков В. Н., Днистрянский В. И., Гореликов В. И., Побережский С. М., Горожанин В. М. Доклады Академии наук, Том 423, Выпуск 4, 502—506.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМраковская депрессия 2016 йыл 7 апрель архивланған.