Морат (тау)

Белорет районындағы тау саңғыһы үҙәге

Морат (рус. Мраткино) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы түбә һәм тау саңғыһы комплексы.

Морат

Ҡышҡы Морат тауы
Координаталар: 54°00′10″ с. ш. 58°26′29″ в. д.Башҡортостан_scale:100000 HGЯO
Тау системаһыУрал тауҙары
Тау һыртыУралтау
Тау түбәһе бейеклеге806,2 м [1]
Сағыштырмаса бейеклек530 м
Морат (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Морат

Географияһы

үҙгәртергә

Морат тауы Уралтау һыртында Белорет ҡалаһы ситендә урынлашҡан. Тау ҡарағай урманы менән ҡапланған. Был түбәлә "Морат" тау саңғыһы комплексы эшләп килә. Был спорт комплексы Көньяҡ Уралда иң боронғоларҙан һанала.[2] Туристар араһында бик популяр урын булып һанала, сөнки "Абҙаҡ" һәм "Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәктәрендәге хаҡтар менән сағыштырғанда бында күпкә арзаныраҡ. Шулай уҡ тау түбәһенән тирә-яҡҡа матур күренештәр асыла. Әрүәкрәз, Ямантау, Кирәл, Еләкташ, Яланғас, Белорет ҡалаһы һәм башҡалар күренә.

Географик урыны

үҙгәртергә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тауҙың атамаһы "Морат" антропонимынан килә.

"Морат" тау саңғыһы комплексы

үҙгәртергә

"Морат" тау саңғыһы үҙәге Белорет ҡалаһы эсендә (Башҡортостан Республикаһы) шул уҡ исемдәге тауҙар битләүендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта 8 трасса эшләп килә, иң оҙоно — 1495 м, иң ҡыҫҡаһы — 300 м.[4] Был трассалар Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә, хатта сит илдән дә туристар һәм тау саңғысыларын йәлеп итә.

Морат тауы битләүҙәрендә 8 трасса һалынған, уларҙың береһе - балаларға иҫәпләнгән , дүрт трасса тәжрибәле спорсылар өсөн тәғәйенләнгән; 4 күтәргестәр (канат юлдары) бар. Шулай Слаломлы трассаһының ауышлығы урыны менән 75 процентҡа етә, был слалом спортын ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы итә. Трассала хатта профессионалдар араһында ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә