Молчанова Наталья Вадимовна

спортсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Молчанова Наталья Вадимовна (8 май 1962 йыл, СССР, Өфө — 2 август 2015 йыл, Ла-Савина, Форментера, Ивиса, Испания) — фридайвинг буйынса донъя чемпионы, Рәсәйҙең фридайвинг федерацияһы президенты. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты.

Молчанова Наталья Вадимовна
рус. Наталья Вадимовна Молчанова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 8 май 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Дата исчезновения человека 2 август 2015[1]
Вафат булған көнө 2 август 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2] (53 йәш)
Вафат булған урыны Форментера[d]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе батып үлеү[d]
Балалары Молчанов, Алексей Олегович[d]
Һөнәр төрө фридайвер
Спорт төрө фридайвинг[d] һәм Йөҙөү
Рәсми сайт molchanova.ru
 Молчанова Наталья Вадимовна Викимилектә

40 тапҡыр донъя рекорды ҡуйыусы. Тын алмайынса тәрәнлеккә сумыу буйынса 100 метр билдәһен үткән донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ һулыш алыуын 9 минуттан ашыуға туҡтатып торған беренсе ҡатын-ҡыҙ.

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
 
Алексей һәм Наталья Молчановтар, фридайвинг буйынса донъя чемпионаты, Словения, 2007 Марибор

Фридайвинг менән 40 йәшендә шөғөлләнә башлай[3].

Фридайвинг буйынса 22 тапҡыр донъя чемпионы һәм 41донъя рекорды эйәһе. Наталья фридайвингтың алты ярыш дисциплинаһының һәр ҡайһыһында, шулай уҡ алмаш ауырлыҡ дисциплинаһында рекорд ҡуя. Был уны тәрәнлеккә лә, оҙонлоҡҡа ла сумыусы уникаль спортсы-универсал итә. Бындай ҡаҙаныштарға ир-егеттәр араһында фридайвингтың барлыҡ дисциплиналарында рекорд ҡуйған австриец Герберт Нич һәм ластылар менән оҙонлоҡҡа һәм тәрәнлеккә сумыуҙа донъя рекордтары ҡуйған Алексей Молчанов (Натальяның улы) ғына эйә.

  • Үҙ ауырлығында: 101 метр. 25 сентябрь, 2009 йылда ҡуйыла.
  • Ирекле сумыу: 90 метр. 2009 йылдың 27 сентябрендә ҡуйыла.
  • 2012 йылдың 8 майында, 50 йәше тулған көндә, Наталья тәрәнлеккә ластыларһыҙ сумыу буйынса бер көн элек кенә американка Эшли Футрал-Чемпэн ҡуйған рекордты (65 метр) үтеп, 66 метр тәрәнлектә рекорд ҡуя.
  • 2012 йылдың 6 июне, (Мысыр, Шарм-эш-Шейх. Наталья һәм Алексей Молчановтар бер нисә сәғәт айырма менән ике донъя рекорды ҡуя (127m CWT VWT һәм 125m)[4].
  • Хәрәкәтһеҙ апноэ: 2 минут 9 секунд. Фридайвинг буйынса шәхси донъя чемпионаты (Сербияның Белград, 21-30 июнь, 2013 йыл).
  • Хәрәкәттәге апноэ, ластыларһыҙ: 182 метр. Фридайвинг буйынса шәхси донъя чемпионаты (Сербияның Белград, 21-30 июнь, 2013 йыл).
  • Үҙ ауырлығында, ластыларһыҙ: 70 метр. 2014 йылдың 15 майы. Дахаб, Мысыр[5].
  •  
    Danmark, Aarhus, World Championship freediving 5th Individual
    Хәрәкәттәге апноэ: 237 метр. Фридайвинг буйынса командаларҙың донъя чемпионаты (Сардиния, Италия, 2014 йылдың 26 сентябре).

Дахабтағы Блю Хол аркаһына сумыу

үҙгәртергә

Наталья Молчанова һәм уның улы Алексей — бер һулышта, шул иҫәптән берлектә Зәңгәр тишеккә сумыусы беренсе рәсәйҙәр. Наталья — арканы бер һулышта үтеүсе донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ.

Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Спорт ҡаҙаныштарынан тыш, педагогия фәндәре кандидаты һәм РГУФКСиТ-тың ғәмәли спорт төрҙәре һәм эсктремаль эшмәкәрлек методикаһы һәм теорияһы кафедраһы доценты була.

8 фәнни-тикшеренеү мәҡәләһе, 2 уҡыу-методик әсбап, фридайвинг методикаһы һәм теорияһы буйынса дәреслек, шулай уҡ һулышты туҡтатып сумыуға өйрәтеү һәм фридайвер-спортсыларҙы әҙерләү буйынса уҡытыу программаһы авторы.

2015 йылдың 2 авгусында Ивиса утрауы эргәһендәге сумыу ваҡытында хәбәрһеҙ юғала[6]. Фридайвинг күнекмәләре ваҡытында Наталья Молчанова арҡалаштарынан айырыла, күрәһең, һулышты туҡтатып 30-40 метрға сумғанда көслө һыу аҫты ағымына эләгә. Һыуҙағы фридайверҙар һәм һаҡлаусы катерҙағы кешеләр уның сумыу башланған урындан 60 метр алыҫлыҡта килеп сығыуын күрә, һуңынан Наталья ҡапыл юғала. Катер менән һәм сумыусылар ярҙамында эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Артабанғы эҙләүҙәр шул көндө һәм башҡа көндәрҙә тәүлектең яҡты мәлендә башҡарыла. Уның өс арҡалашы мәғлүмәте буйынса, Наталья яҡынса Ивисалағы Поньенте пляжы менән Ла-савина портынан төньяҡ-көнбайышҡа табан ике миль мирәһендә юғала. Бәхетһеҙ осраҡ рәсми күнекмәләр йәки ярыштарҙан тыш күҙәтелә һәм күнекмә процесына бәйле булмай[7][8][9].

2015 йылдың 4 авгусында Наталья Молчанова һәләк булған тип таныла.

Испания властары хәбәр итеүенсә, кәүҙәһен эҙләү 7 августа туҡтатыла.

Видеоклиптары һәм фильмдары

үҙгәртергә

Наталья — фридайвинг тураһында бер нисә фильм һәм видеоклип авторы.

Фильмдары:

  • Фильм «Грани фридайвинга» (2006)
  • Учебно-методическое пособие «Основы Фридайвинга» (2008).
  • Учебно-методический фильм «Техника ныряния во фридайвинге» (2009).

Видеоклиптары:

  • Погружение (2004)
  • Полёт (2005)
  • Танцы под музыку души (2007)
  • Фридайвинг по-русски (2007)
  • Иллюзии (2007)
  • Глубина (2008)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.nytimes.com/2015/08/05/sports/natalia-molchanova-champion-free-diver-is-missing-near-ibiza.html
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Светлана Самоделова. Лучшая в мире фридайвер Наталья Молчанова: какой она была (Когда мама занялась фридайвингом, ей было 40 лет. У неё сразу пошли хорошие результаты, потому что она всю жизнь не прекращала плавать для поддержания формы. В первый же год занятий на чемпионате России в 2003 году она установила рекорд страны в нырянии в ластах в длину.). Московский комсомолец (22 октябрь 2015).
  4. AIDA: World records 2015 йыл 17 ноябрь архивланған. (проверено 07/01/2012)
  5. Федерация Фридайвинга России: Чемпионат России по нырянию в глубину — Дахаб 2014 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. World Champion Freediver Natalia Molchanova Missing Near Mediterranean Island Of Ibiza
  7. ЧЕМПИОНКА МИРА ПО ФРИДАЙВИНГУ НАТАЛЬЯ МОЛЧАНОВА ПРОПАЛА БЕЗ ВЕСТИ
  8. FOR IMMEDIATE RELEASE — The Worlds Most Accomplished and Famous Female Freediver, Natalia Molchanova, is Missing
  9. Наталья Молчанова пропала без вести 2018 йыл 12 февраль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә