Пермь татар-башҡорт педагогия техникумы

Викидатала элемент тултырылмаған

Пермь татар-башҡорт педагогия техникумы — 1932—1956 йылдарҙа Пермь (Молотов) өлкәһендә (Пермь ҡалаһында, 1942 йылдан Ҡуян ауылында) урынлашҡан педагогия техникумы.

Тарихы үҙгәртергә

1929 йылда Пермь ҡалаһында Свердловскиҙағы Урал педагогия техникумының филиалы булараҡ асыла. 1930 йылдан Пермь педагогия техникумы ҡарамағында татар-башҡорт бүлеге эшләгән[1].

1932 йылдың 19 ноябрендә бүлек нигеҙендә айырым Пермь татар-башҡорт педагогия техникумы асыла[1].

Техникум директоры Ғәли Кинйин мәғлүмәттәре буйынса, 1930/31 уҡыу йылында бүлектә 18 кеше уҡыған, ә 1932/33 уҡыу йылында техникумда 141 кеше белем алған. 1933 йылда 1-се баҫҡыс милли мәктәптәре өсөн уҡытыусыларҙың тәүге сығарылышы булған[1]. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса алып барылған. Техникумдың тел һәм әҙәбиәт, физика һәм математика, география, хәрби кабинеттары, оҫтаханалары, китапханаһы, тамаша залы, ятағы булған[2].

1940 йылдан Молотов татар‑башҡорт педагогия техникумы исемен йөрөтә. Был ваҡытта уҡыу йортонда 254 студент уҡыған, шуларҙың 77-һе тамамлау тураһында диплом алған. Техникумда 25 педагог эшләгән, шуларҙың 7-һе юғары, 11-е тамамланмаған юғары, ә 7-һе урта белемгә эйә булған[1].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡыу йорто бинаһында госпиталь урынлаша[2].

1942 йылдан техникум Молотов өлкәһе Ҡуян ауылына күсерелә һәм Башҡортостан АССР-ы Мәғариф Халыҡ Комиссариаты ҡарамағында була[1].

Техникум барлығы 800‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән[2].

1956 йылда Уҫы педагогия училищеһының татар бүлеге тип үҙгәртеп ҡорола һәм ябыла[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә