Моллюскыларҙың ҡабырсаҡтары
Ҡабырсаҡтар — моллюскылар (Bivalvia), йәғни йомшаҡ тәнлеләр тибына ҡараған хайуандарҙың тышҡы һөлдәһе.Эске ағзалары өсөн терәк һәм һаҡлау функцияһын үтәй.
Таралышы
үҙгәртергәТөрлө сығанаҡтарҙа молюскыларҙың дөйөм һаны төрлөсә күрһәтелә (100-200 төр тирәһе тип). Уртаса 120 мең төрө билдәле, Донъя океанында, бер аҙ тоҙло һәм сөсө һыуҙа киң таралған. Рәсәйҙә 2900, Башҡортостан Республикаһында 40‑тан ашыу төрө бар.
Этимология
үҙгәртергә"Моллюск" атамаһы лат. molluscus — «йомшаҡ» тигәнде аңлата[1][2][3].Моллюскыларҙы өйрәнеүсе фән малакология [4], ә уларҙың ҡабырсаҡтарын өйрәнеңсе фән — конхиология тип атала.[5].
Төҙөлөшө
үҙгәртергәТөрлө төркөмгә ҡараған молюскыларҙың ҡабырсаҡтары бер төрлө түгел.
Conchifera төркөмө молюскыларының ҡабырсағы
үҙгәртергәБарлыҡ ҡабырсаҡлыларҙың да (Conchifera): Ҡорһағаяҡлылар класы (Gastropoda), Башаяҡлылар класы (Cephalopoda), Ике ҡапҡаслылар класы (Bivalvia), Көрәгаяҡлылар класы ( рус.Лопатоногие, лат.Scaphopoda), Моноплакофорҙар класы (Monoplacophora) вәкилдәрендә ҡабырсаҡтарының анатомик төҙөлөшө оҡшаш.
Өс ҡатламдан тора:
1. Органик матдәнән торған мөгөҙ ҡатлам (Периостракум) — конхиолин тигән аҡһым матдәнән торған йоҡа ғына тышҡы ҡатлам.
2. Кальций тоҙҙарынан торған фарфор ҡатлам (Остракум) — урта ҡатлам, күпселек өлөшө конхиолин көп менән ҡапланған кальций карбонаты кристалдарҙан тора. Структураһы бик күп төрлө була ала.
3.Перламутр ҡатлам (Гипостракум) — кальций карбонатынан торған йоҡа ғына пластиналар рәүешендә һалына бара СaCO3. Һәр пластина ҡатлауы конхиолин менән ҡаплана бара.
Ҡайһы бер моллюскыларҙа, бигерәк тә ҡорһағаяҡлылар класы вәкилдәренең перламутр ҡатламы булмай. Әммә, шуның байына остракум төҙөлөштәре айырылып торған бик күп ҡатлауҙарҙан тороуы мөмкин.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТәне ике яҡлап симметриялы, оҙонлоғо бер нисә мм алып 10 см тиклем һәм унан да ашыу. Кәүҙәнән һәм ҙур шына рәүешле аяҡтарҙан тора, мантия м‑н ҡапланған һәм ике ҡапҡаслы ҡабырсаҡ эсендә урынлашҡан. Ҡабырсағының ҡапҡастары һығылмалы тышҡы конхиолин ярыһы (лигамент) ярҙамында ярым асылған рәүештә тора, 1 йәки 2 ябыусы мускул м‑н ябыла. Башы юҡ. Ауыҙ уйымы кәүҙәһенең алғы осонда аяҡ төбө өҫтөндә урынлашҡан. Ашҡаҙанының эсендә кристалл «һабаҡлы» тоҡ рәүешле үҫентеһе бар (аш һеңдереүҙә һәм организмды анаэроб шарттарҙа кислород м‑н тәьмин итеүҙә ҡатнаша). Бауыры, башҡа моллюскыларҙан айырмалы рәүештә, өс өлөшлө. Нервы системаһы 3 пар ганглийҙан тора. Тойоу ағзалары насар үҫешкән. Айғолаҡтар менән тын ала. Күпселек төрҙәренең ныҡ ептәр (биссус; улар ярҙамында моллюскылар субстратҡа йәбешә) бүлеп сығарған биссус биҙе бар. Айырым енесле (йылға анодонталары), һирәк осраҡта гермафродит (шаровкалар, борсаҡсыҡтар). Аталаныу тышта бара.
Йәшәйеше һәм үрсеүе
үҙгәртергәКүпселек төрҙәрҙең балағорттары (трохофора, велигер) планктондың төп өлөшөн тәшкил итә, йылға ҡабырсыҡтары, анодонталарҙыҡы — глохидиялар балыҡтарҙа паразит булып йәшәй. Ваҡ планктон организмдары (бактериялар, ылымыҡтар һ.б.), детрит менән туҡлана. Башҡортостан Республикаһы күлдәре, быуалары, йылғалары, һыуһаҡлағыстарында тереклек итә. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуҙа ҡатнаша, күп балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡайһы берҙәренең (ябай йылға ҡабырсағы) ҡабырсаҡтарынан биҙәүестәр эшләйҙәр. Күп төрҙәре (мәҫәлән, йылға дрейссенаһы), һыу төбөндә өйкөмдәр барлыҡҡа килтереп, судноларға һәм гидротехник ҡоролмаларға зыян килтерә.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Walde A., Hofmann J. B. Lateinisches etymologisches Wörterbuch. — Heidelberg: Carl Winter’s Universitätsbuchhandlung, 1938. — S. 103.
- ↑ de Vaan M. Etymological dictionary of Latin and the other Italic languages. — Leiden — Boston: Brill, 2008. — P. 386.
- ↑ Shorter Oxford English Dictionary (билдәһеҙ) / L. Little, H. W. Fowler, J. Coulson, C. T. Onions. — Oxford University Press, 1964.
- ↑ Shorter Oxford English Dictionary (билдәһеҙ) / L. Little, H. W. Fowler, J. Coulson, C. T. Onions. — Oxford University Press, 1964.
- ↑ Конхиология // Конда — Кун. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — С. 88. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 13).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Наталья Московская. Раковины мира. История, коллекционирование, искусство. Издательства: Аквариум-Принт, Харвест, 2007 г. Твёрдый переплет, 256 стр.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Моллюскыларҙың ҡабырсаҡтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был малакология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |