Молдавия флагы — герб һәм гимн менән бергә уның рәсми дәүләт символы. Хәҙерге флаг  1990 йылда ҡабул ителгән.

Молдова Республикаһы флагы
Молдавия


йөҙ яғы

Раҫланған

1990 йылдың 27 апреле

Пропорция

1:2


кире яғы
2010 йылдың 26 ноябренән

Предыдущие флаги


кире яғы
1990—2010

Флагтың төҙөлөшө

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Молдавия флагын бер төрлө ҙурлыҡтағы вертикаль һыҙаттарҙан торған триколор хасил итә, һыҙаттар, һап янынан башланып, төҫ буйынса түбәндәге тәртиптә урынлашҡан: зәңгәр, һары, ҡыҙыл. Уртала, һары һыҙатта, Молдова Республикаһының Дәүләт Гербы урынлашҡан. Молдавия гербы  өҫкө яғы — ҡыҙыл, аҫҡы яғы зәңгәр өлөшкә бүленгән ҡалҡандан тора. Ҡалҡандың уртаһына зубр башы төшөрөлгән, уның мөгөҙҙәре араһында — һигеҙ ҡанатлы йондоҙ, баштың уң яғында — биш тажлы роза, һул яғында — бер аҙ һулға ҡарап ауышҡан ярым ай. Ҡалҡандағы бөтә элементтар алтынһыу (һары) төҫтә. Ҡалҡан бөркөт күкрәгенә урынлаштырылған, уның суҡышына алтын тәре (тәре йөрөтөүсе бөркөт) тотторолған, тырнаҡтарында: уңда — йәшел зәйтүн ботағы, һулда — алтын скипетр.

Гербтың киңлеге менән флагтың буйы араһындағы нисбәт — 1:5, флагтың киңлеге менән буйы араһында — 1:2.

2010 йылдың 26 ноябренә тиклем Молдавия флагы, Парагвай һәм Сәғүд Ғәрәбстаны флагтары менән бергә, алдан һәм арттан төрлөсә булып күренеүе менән һирәк осраған дәүләт флагтарының береһе була. Молдавия флагында герб алғы яҡҡа ғына төшөрөлгән. 

2010 йылдың 26 ноябрендә Молдова Республикаһы Дәүләт флагы тураһында закон көсөнә инде, уға ярашлы, флагтың артҡы яғы алғы яғының көҙгөләге сағылышы һымаҡ булырға тейеш[1].

Төҫө Төҫмөрө Pantone
CMYK RGB HTML Өлгөһө
Зәңгәр

(аҡһыл күк)

Берлин лазуры 293c 97.81.0.0 0-70-174 #0046AE
Һары Хром 109c 1.15.100.0 255-210-0 #FFD200
Ҡыҙыл Вермион 186c 13.100.90.4 204-9-47 #CC092F
Көрән (бөркөттә) 4645c 28.15.68.7 176-126-91 #B07E5B
Йәшел (зәйтүн ботағы) 3415c 100.26.86.14 0-122-80 #007A50

Оҡшаш флагтар

үҙгәртергә

Молдавияның тарихи флагтары

үҙгәртергә

Молдавия кенәзлеге

үҙгәртергә

Молдавия кенәзлегендә «Steagul cel mare» тигән господарь байрағы төп байраҡ була. Төп төҫө — ҡыҙыл, уға Молдавия гербы — тур (зубр) башы төшөрөлгән. Мөгөҙҙәре араһына йондоҙ, ситтәренә роза менән ярым ай ҡуйылған тур башы молдаван господарҙарының мисәттәрендә, байраҡтарҙа һәм тәңкәләрҙә XIV быуаттан башлап төшөрөлә. Ҡайһы берҙә господарҙарҙың үҙ байраҡтары була, уларҙа ырыу гербы менән ил гербы берләштерелә. Шулай уҡ ғәскәри байраҡтар һәм баяр әләмдәре лә билдәле.

Бөйөк Стефан III заманында (1457—1504) Молдавия байрағы ҡыҙыл төҫтә, мөгөҙҙәре араһында йондоҙ, ситтәрендә ҡояш менән ярым ай булған тура башы һүрәтле була.

Господарь Иеремия Могиланың яҡынса 1061 йылға ҡараған байрағы һары ҡаймалы ҡыҙыл төҫтә була. Уртаһында — ҡулса, уның аҫтында тәре, эсендә — тур башы. 1622 йылда господарь Стефан IX Томша янында булған поляк Крестафор де Збараз та тур башлы ҡыҙыл байраҡты тасуирлай.

1813 йыл документынан билдәле булыуынса, Молдавия господары Скарлат Каллимакиҙың (1812—1819) да байрағы ҡыҙыл һәм тур башлы була.

1832 йылда Молдавия өсөн Органик регламент индерелә, ул ҡыҙыл-зәңгәр флагтар файҙаланыуҙы күҙҙә тота. Моғайын, 1832 йылда уҡ ҡыҙыл төҫтәге крыжына (байраҡтың өҫтәге һап яны мөйөшөндәге өлөшө) өс йондоҙ төшөрөлгән тур башлы зәңгәр флаг индерелгәндер. 1834—1859 йылдарҙағы Молдавия кенәзлеге флагы (Д. Черноводяну билдәләүенә ҡарағанда) ҡыҙыл крыжға — өс аҡ йондоҙ, туҡыманың буш өлөшөнә кенәзлек гербы төшөрөп эшләнгән.


Молдавия Демократик Республикаһы

үҙгәртергә
 
Молдавия Демократик Республикаһының икенсе флагы
 
«Сфатул Цэрий» флагы

1917 йылда Рәсәй империяһының Бессарабия губернаһы территорияһында барлыҡҡа килгән Молдавия Демократик Республикаһының гербы һәм бер нисә флагы була. 

Республиканың беренсе флагы рәсми раҫланмай[2].

Молдавия Демократик Республикаһының икенсе флагы — зәңгәр, һары һәм ҡыҙыл горизонталь һыҙатлы, һары һыҙат уртаһында герб  һәм герб өҫтөнә ҡара менән  «REPUBLICA DEMOCRATICĂ MOLDOVENEASCĂ ŞI INDEPENDENTĂ» (рус. Демократическая и независимая молдавская республика) тигән яҙыулы була. 

Ошондай уҡ төҫтәрҙән торған икенсе  флагтың зәңгәр һыҙатында ҡара менән «SFATUL ŢĂRII» (рус. Совет края) тигән яҙыу була. Уртала һары һәм ҡыҙыл һыҙаттарҙа герб һүрәте ҡуйыла.

 
МДР-ҙың хәрби флагы 

МДР-ҙың өсөнсө флагы һирәгерәк ҡулланыла. Сфатул Цэрий флагына оҡшаш был триколорҙың уртаһына RM (Republica Moldova, Республика Молдова) тигән хәрефтәр яҙылған була.

1918 йыл башында территория  Румыния составына инә һәм Румыния флагы бөтә ил территорияһында берҙән-бер флаг була.  1940 йылда  СССР составына ингәнгә тиклем ҡулланыла. 

Молдаван АССР-ы

үҙгәртергә
 
Молдаван АССР-ының беренсе флагы
(1925 йылдың 19 октябре — 1938 йылдың 6 ғинуары)

Молдаван АССР-ы 1924 йылдың 12 октябрендә барлыҡҡа килә. Ул УССР составындағы автономиялы республика була һәм 1925 йылға тиклем үҙ флагы булмай. Тәүге тапҡыр МАССР флагы 1925 йылда МАССР Конституцияһында билдәләнә.


 
Молдаван АССР-ының икенсе флагы
(1938 йылдың 6 ғинуары — 1938 йылдың 27 феврале)

1925 йылдың 4 сентябрендә АМССР Үҙәк Башҡарма Комитеты (ҮБК) Президиумы ултырышында «АМССР-ҙың дәүләт гербы һәм флагы проектына конкурс тураһында» һорау тыңлана, проекттарҙы ҡарау эше махсус комиссияға йөкмәтелә. 21 сентябрҙә АМССР ҮБК-һының Кесе Президиумы герб менән флагтың иң күп хуплау тапҡан проекттарын ҡарай. Флагтың ҡыҙыл иңендә кукуруз сәкәне менән бойҙай башағы, уларҙы уратып йөҙөм ботағы, ураҡ һәм сүкеш менән «Р.А.С.С.М.» тигән аббревиатура төшөрөү ҡарала. Кесе Президиум проектты хуплай, ләкин бер аҙ үҙгәрештәр индерә.

1925 йылдың 19 октябрендә АМССР ҮБК-һы 21.09.1925 ҡарары менән үрҙә әйтелгән герб һәм флаг проектын раҫлай. Шулай итеп, ошо датанан МАССР-ҙың үҙ флагы барлыҡҡа килә.

 
Молдаван АССР-ының өсөнсө флагы
(1938 йылдың 27 феврале—1940)

1937 йылдың 31 ғинуарында Украин ССР-ының яңы Конституцияһы ҡабул ителә, уның нигеҙендә 1937 йылдың 21 апрелендә ВУЦИК — УССР-ҙың Дәүләт гербы, 1937 йылдың майында Дәүләт флагы һүрәтен үҙгәртә. Был яңы украин гербы менән флагы Молдаван АССР-ының яңы гербы һәм флагы нигеҙен тәшкил итә. Уларҙың тасуирламаһы МАССР-ҙың 1938 йылдың 6 ғинуарында ҡабул ителгән яңы Конституцияһының 111-се (герб) һәм 112-се (флаг) статьяларында бирелә.

1940 йылдың 2 авгусында МАССР бөтөрөлә һәм уның бер өлөшө — УССР-ҙың Одесса өлкәһе, икенсеһе яңы төҙөлгән МССР составына инә. Шулай итеп, МАССР флагы ла бөтөрөлә. 1941 йылда МССР-ҙа яңы флаг ҡабул ителә.

Молдаван ССР-ы

үҙгәртергә
 
Молдаван ССР-ының беренсе флагы 
(1941 йылдың 10 феврале — 1952 йылдың 31 ғинуары)

1940 йылдың 2 авгусында  МССР төҙөлгәндән алып һәм 1941 йылдың февраленә тиклем МССР-ҙың үҙ флагы булмай. Беренсе  флаг МССР-ҙың беренсе Конституцияһы менән 1941 йылдың 10 февралендә булдырыла. МССР Конституцияһының 10-сы бүлеге 123-сө статьяһына ярашлы: 

«Молдаван ССР-ының Дәүләт флагы өҫкө һул мөйөшөнә һап эргәһенә алтын ураҡ һәм сүкеш,    „РССМ“ тигән алтын хәрефтәр төшөрөлгән ҡыҙыл туҡыма иңенән тора. Киңлегенең буйына нисбәте — 1:2».

Беренсе флаг 1952 йылдың ғинуарына тиклем йөрөтөлә, шунан ул МССР-ҙың яңы флагына алмаштырыла.

Молдаван ССР-ының икенсе флагы  МССР Юғары Советы Президиумының 1952 йыл 31 ғинуар указы менән раҫлана. Ул йәшел горизонталь һыҙат менән бүленгән ҡыҙыл иңдән тора, флагтың киңлеге буйының  1/4 өлөшөнән тора, алтын ураҡ менән сүкеш һәм алтын ҡаймалы ҡыҙыл йондоҙ урынлаштырыла. Киңлегенең буйына нисбәте — 1:2.

 
Молдаван ССР-ының икенсе флагы 
(1952 йылдың 31 ғинуары — 1990 йылдың 27 апреле)


Молдаван ССР-ының икенсе флагы 1990 йылдың 27 апрелендә Молдавияның яңы флагына алмаштырыла. Приднестровье Молдавия Республикаһы, 1990 йылда Молдавиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәс, 1991 йылдың 2 сентябрендә МССР-ҙың һуңғы флагына оҡшашлы  үҙ флагын раҫлай. 1990 һәм 1991 йылдарҙа ПМР Молдаван ССР-ы флагын файҙалана.

Молдавияның башҡа флагтары

үҙгәртергә
 
 Молдавия ҡораллы көстәренең флагы

Молдавия ҡораллы көстәренең флагы  1998 йылдың авгусында раҫлана. Ул һары ҡаймалы ҡыҙыл тәре төшөрөлгән зәңгәр туҡыманан тора. Уртаһында молдаван армияһының эмблемаһы бар. Яҡтарының нисбәте — 3:2. 

Ҡыҙыҡлы факттар 

үҙгәртергә

 2014 йылдың декабрендә Кишинёвта Молдавия дәүләтенең 30-ҙан ашыу тарихи флагы тупланмаһы күргәҙмәһе була[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Mischevka V., Negrei I., Nichitici A. Simbolurile Ţării Moldovei.
  • Ломанцов В. Флаги Молдовы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә