Миңлебаева Наилә Мәсғүт ҡыҙы

комсомол һәм партия эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре

Миңлебаева Наилә Мәсғүт ҡыҙы (7 февраль 1947 йыл) — комсомол һәм партия органдары, дәүләт хеҙмәте ветераны. 1968 йылдан комсомол эшендә, шул иҫәптән 1971 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының беренсе секретары, 1973 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты секретары; 1977 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1988 йылдан — яуаплы ойоштороусыһы; 1990 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының яуаплы хеҙмәткәре, 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Миңлебаева Наилә Мәсғүт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, портной, дәүләт эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре
Эш урыны Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы
Биләгән вазифаһы министр урынбаҫары[d]
Уҡыу йорто А. Н. Косыгин исемендәге Мәскәү дәүләт текстиль университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Наилә Мәсғүт ҡыҙы Миңлебаева 1947 йылдың 7 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1968-1977 йылдарҙа комсомол эшендә. 1972 йылда Мәскәү туҡыу һәм еңел сәнәғәт институтын ситтән тороп тамамлай. 1963 йылдан Өфө «Мир» тегеү фирмаһы тегенсеһе, мастер. 1968 йылдан ВЛКСМ комитеты секретары. 1971 йылдан Өфө ҡалаһы Совет районы комитетының беренсе секретары. 1973 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты секретары. 1977 йылдан еңел, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм сауҙа бүлеге инструкторы. 1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында партия һәм кадрҙар эше бүлегенең яуаплы ойоштороусыһы. 1990 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының сауҙа, кооперация һәм хеҙмәтләндереү идаралығының баш белгесе. 1991 йылдан Өфө кизе-мамыҡ комбинатының баш иҡтисадсыһы, 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының сәнәғәт министры урынбаҫары. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының еңел сәнәғәт, түләүле хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге мөдире, 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халҡын хеҙмәт, мәшғүллек һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары булып эшләй. 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ветерандар советы рәйесе.

2020 йылда «Памятные страницы о ветеранах войны» исемле китабы нәшер ителә. Был йыйынтыҡҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Башҡортостандың социаль тәьминәт, хеҙмәт һәм мәшғүллек системаһында эшләгән тыл хеҙмәтсәндәре тураһында материалдар ингән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә