Михай Хорват (мадьярса  Mihaly Horvath; 20 ноябрь 1809, Сентеш — 19 август 1878, Карловы Вары) — Венгрияның сәйәси һәм дини эшмәкәре, тарихсы. 1848-1849 йылдарҙағы Венгриялағы революцияла әүҙем ҡатнашыусы. Мәғариф һәм дин эштәр министры (1849).

Михай Хорват
Mihály Horváth
Тыуған көнө

20 октябрь 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

19 август 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][2][3][…] (68 йәш)

Ил

 Венгрия

 Михай Хорват Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сегедтағы гимназияны тамамлағас, дини белем ала. 1844—1847 йылдарҙа Терезианумда мадьяр теленән уҡыта. 1848 йылдан — епископ.

1849 йылдың ғинуарында Дебреценда Веспрем комитатынан Венгрия дәүләт йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1849 йылдың майынан Берталан Семереның революцион хөкүмәтенә инә, унда дини эштәр һәм мәғариф министры вазифаһын биләй[4].

Венгрия революцияһы ҡыйратылғандан һуң сит илгә күсә. Швейцарияла, Францияла, Бельгияла һәм башҡа илдәрҙә йәшәй.

Австрия империяһы суды ҡарары буйынса 1851 йылда үлемгә хөкөм ителә. 1866 йылда амнистиялана һәм 1867 йылда Венгрияға ҡайта. Артабан Ференц Деак партияһы яҡлы була.

Ижады үҙгәртергә

Михай Хорват үҙенән һуң байтаҡ тарихи-публицистик мираҫ ҡалдырған. Уның эштәренең күбеһендә 1848-1849 йылдарҙағы Венгрия революцияһы ваҡиғалары, шулай уҡ революцияға тиклемге Венгрия тормошо ҡарала һәм баһалана. Хорваттың тарихи хеҙмәттәре революцияның алдынғы ролен һәм сәйәси әһәмиәтен аңлау менән һуғарылған шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙың хроникаль һүрәтләнеше булып тора. Шул уҡ ваҡытта урта дворянлыҡтың сәйәси позицияларында ҡалып, Хорват революцияла синфи көрәш факттарын телгә алмай һәм уны Австрия империяһына ҡаршы «берҙәм венгр халҡы» көрәшенә генә ҡайтарып ҡалдыра. Хорват үҙенең әҫәрҙәрендә шулай уҡ революция осоронда Венгрия дворяндарының үҙ хоҡуҡтарынан үҙ ирке менән баш тартыуы һәм крәҫтиәндәрҙе крепостной бойондороҡлоҡтан азат итеү тураһындағы легенданы хуплай.

Һайланма әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • «1823 йылдан 1848 йылға тиклем Венгрия тарихынан 25 йыл» (Fünfundzwanzig Jahre aus der Geschichte Ungarns, von 1823—1848, Bd. 1-2, Leipzig 1867).
  • «Венгрияның 1848—1849 йылдарҙағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тарихы» (Magyarorszag függetlensegi harzanak törtenete 1848 es 1849-ben, köt-1-3, Pest 1871-72).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #117011568 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Mihály (Michael) Horváth // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Горват, Михаил // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Авербух Р. А. Революция и национально-освободительная борьба Венгрии. 1848—1849. — М., 1965.
  • Spira G. A magyar forradalom. 1848-1849-ben. — Budapest, 1959.