Минск планетарийы

«Минск планетарийы» дәүләт белем биреү учреждениеһы — Белоруссияның (Минск ҡалаһы) ҙур стационар планетарийы, Евроазия планетарийҙар ассоциацияһы ағзаһы.

Минск планетарийы
Нигеҙләү датаһы 29 июль 1965
Рәсем
Дәүләт  Беларусь[1]
Административ-территориаль берәмек Минск
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Центральный детский парк им. Максима Горького (Минск)[d]
Архитектор Афанасьева Наталья Николаевна[d]
Архитектура стиле советский архитектурный модернизм[d]
Рәсми сайт planetarium.by
Карта
 Минск планетарийы Викимилектә

Төп эшмәкәрлеге — астрономияны, космонавтиканы һәм башҡа тәбиғәт фәндәрен популярлаштырыу. Минск планетарийы Минск дәүләт балалар һәм йәштәр һарайына ҡарай.

1965 йылдың 29 июлендә планетарий һәм обсерватория асыла[2].

2011 йылдың 8 июлендә косметик ремонтҡа ябыла (йәйге осорҙа).

Тасуирлама

үҙгәртергә

Планетарий

үҙгәртергә

Йондоҙло зал 120 кешегә иҫәпләнгән (йондоҙло сеанстар өсөн — 100), көмбәҙ рәүешендәге экран һәм «Планетарий» оптик-механик аппарат менән йыһазландырылған (Carl Zeiss фирмаһының ZKP-1 моделе, ГДР).

Обсерватория

үҙгәртергә

Обсерватория башняһының диаметры 6 метр. Ер өҫтөндәге һауа ҡатламының турбулентлыҡ йоғонтоһон бөтөрөү өсөн, ер өҫтөнән байтаҡ күтәрелгән. Унда Carl Zeiss фирмаһының 130 мм телескоп-рефракторы ҡуйылған (фокус алыҫлығы — 1950 мм, ҙурайтыуы — 300×), уның ярҙамында килеүселәр белгестәр етәкселегендә күк йөҙө объекттарын күҙәтә алалар.

Проекттары һәм саралары

үҙгәртергә
  • Йондоҙло сеанстар[3], лекциялар[4]
  • Астрономия көндәре.
  • Космонавтика көндәре
  • Йондоҙло яңылыҡтар
  • Күк йөҙө икәү өсөн
  • Йондоҙло туй
  • Экспозициялар һәм күргәҙмәләр

Планетарий янында 2008 йылдың 1 ноябрендә «Аш-ню» астрономия яратыусылар клубы барлыҡҡа килә[5].

Эш ваҡыты

үҙгәртергә

Шишәмбе- йәкшәмбе 10.00-18.00 сәғ., дүшәмбе — ял көнө.

Сеанстар: 10.00-дан 17.00-гә тиклем (интервал — 1 сәғәт, сеанс оҙайлығы — 40 мин).

Йондоҙло залдың һыйҙырышлылығы — 100 кеше.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә