Минск метроһында террористик акт
Ҡарасай (Октябрь) метро станцияһында шартлау – 2011 йылдың 12 апрелендә Минск метроһындағы Ҡарасай (Октябрь) станцияһында сыҡҡан террористик акт. Шаһиттар әйтеүенсә, "Мәҙәниәт Институты" (бел. Інстытут Культуры) станцияһына килеп туҡтаған поездың 2-се һәм 3-сө вагоны араһында шартлау янғыраған. Минск ҡалаһының башҡарма комитеты эргәһендәге Эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәте башлығы хәбәр итеүенсә, шартлау икенсе вагон янында яңғыраған.
Минск метроһында шартлау | |
---|---|
Шартлауҙан ике сәғәт үткәс уратып алынған Октябрь станцияһы | |
Урыны | Минск метроһының Октябрь станцияһында, икенсе вагон ҡаршыһында, эскәмйә аҫтында [1] |
Дата | Дүшәмбе11 апрель 2011 17:56 |
Ҡорал | 5 кг тротил эквивалентына торошло, туралған арматура, ҡаҙаҡ, металл шариктар тултырылған шартлатҡыс [1][2] |
Һәләк булыусылар | 12[3] |
Йәрәхәт алыусылар | 204[4] |