Милли театр (Белград)
Белградтың Милли театры (серб. Народно позориште у Београду) — Сербияның дәүләт театры. XIX быуаттың икенсе яртыһында Белградта иң күркәм биналарҙың береһе.
Милли театр | |
Нигеҙләү датаһы | 1869 |
---|---|
Дәүләт | Сербия |
Административ-территориаль берәмек | Белград |
Урын | Стари-Град[d] |
Хужаһы | Правительство Сербии[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Архитектор | Александр Бугарский[d] |
Архитектура стиле | эклектика[d] |
Обитатель | Narodno Pozoriste Beograd (nationaal Theater Belgrado)[d][1] |
Адрес | Француска 3 |
Рәсми сайт | narodnopozoriste.rs |
Милли театр Викимилектә |
Белградта Республика майҙанында Сербияның Милли музейы эргәһендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр Белградта театр төҙөү идеяһы 1851 йылда"Халыҡ мәғарифын яратыусылар" йәмғиәте арҡаһында барлыҡҡа килә. Уға 1868 йылдың 13 июлендә нигеҙ һалына һәм архитектор Александр Бугарский планы буйынса ике йыл дауамында төҙөлә. Төҙөлөш тураһында ҡарарҙы кенәз Михаил Обренович ҡабул итә. Тәүге спектакль — «Георгий Бранкович» пьесаһы була. Театр спектаклдәренән тыш, XIX быуат дауамында хәйриә балдары һәм концерттар үткәрелә. Бөйөк конституция скупщинаһы был залда 1888 йылда Конституция өсөн тауыш бирә.
Югославия заманында Югославия милли театры була. Театр Сербияның иң яҡшы театр актерҙарын берләштерә, бында серб, словен һәм донъя драматургтары пьесалары ҡуйыла.
1999 йылда НАТО-ның һауа һөжүме ваҡытында театр илдә эшен дауам иткән берҙән-бер коллектив була. Шул уҡ ваҡытта билет хаҡы символик булып, берәр динар тәшкил итә.[2]
Бинаһы
үҙгәртергәТеатры составында өс академия труппаһы була: драма, опера (1921 йылдан) һәм балет (1920 йылдан). шулай уҡ театр бинаһында музей ҙа була. Сығыштар ике: Төп сәхнәлә (700 урынлыҡ) һәм Радомир Раша Плаович сәхнәһендә (300 урынлыҡ) ҡуйыла. Бина шул ваҡыттағы театр биналары, бигерәк тә Миландың Яңырыу дәүере үҙенә концепцияһын һәм декоратив биҙәлешен алған Ла Скала өлгөһөндә эшләнә. Һуңғы реконструкция ваҡытында тәүге йөҙө бөтөнләй юғалтыла. Беренсе реконструкция 1911 йылда башлана, һуғыш арҡаһында 1922 йылға тиклем һуҙыла. Театр киңәйтелә һәм эске биҙәлешенең бер өлөшөн юғалта. Икенсе реконструкция 1964—1965 йылдарҙа үткәрелә һәм 1941 йылда Белградты бомбаға тотоу эҙемтәләре менән бәйле була. Интерьер үҙгәрелә. Һуңғы ҙур реконструкция 1986—1989 йылдарҙа тормошҡа ашырыла, был ваҡытта ағалы-энеле Юговичтар урамы яғындағы өлөшө төҙөлөп бөтә.
Балет
үҙгәртергәБелград операһының тәүге балет тамашалары 1920 йылдар башына ҡарай. Бында композитор М. Милевичтың тәүге «Le balai du valet» балеты ҡуйыла. Төрлө ваҡытта труппаға Г. Б. Романов (1930-31), Н. Кирсанова (1932-34), Б. Князев (1934-36), Маргарита Фроман (1937-38) етәкселек итә. Һуғыштан һуң балет ныҡлы яңырыш осоро кисерә, ул, нигеҙҙә, баш балетмейстер Д. Парлич эшмәкәрлеге менән бәйле була[3].
Реставрация
үҙгәртергә1905 йылда сәхнә, тамаша залы һәм фойе беренсе серб декораторы, Белградтың бик күп байҙарының йорт интерьерын биҙәгән Драгутин Инкиострия Меденяк эскизы буйынса реставрациялана. Яңыртылған декор нигеҙенә халыҡ биҙәктәре һәм художество традициялары мотивтары ята. Ваҡыты менән сәхнәне ҙурайтыу һәм бер нисә техник мәсьәләне хәл итеү кәрәклеге килеп тыуа. 1912 йылда театрҙы реконструкциялау башлана, әммә, Беренсе донъя һуғышы башланыуға бәйле, ул 1921 йылға тиклем һуҙыла. Архитектор Йосиф Буканец уйынса, фасадтың тәүге гармонияһын подъезд эргәһендәге мөйөштәге необарокко башняһы алмаштыра. Тамаша залының интерьерына һәм вестибюлгәгипстан декоратив элементтар өҫтәлә. Тамаша залының түбәһен урыҫ рәссамы Степан Федорович Колесников биҙәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, академик реализм традициялары нигеҙендә тәрбиәләнһә лә, ул үҙ композицияһын декоратив барокко стилендә башҡара һәм нигеҙ итеп антик мифология темаһын ала — колесницалағы Талия, театрҙы, сәнғәт ҡорамы булараҡ данлаусы вакх фантазиялары.
Киләһе реконструкция 1940 йылда башлана. Әммә Белградты 1941 йылдың апрелендә бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә, бина етди зыян күрә һәм реконструкция эштәре йыл һуңында ғына тергеҙелә. Архитекторҙар Гойко Тодич һәм Драган Гудович проекты элекке Милли театрҙың йөҙөн тулыһынса үҙгәртә. Фасадтың йөҙлөк яғынан, ҡыйыҡтың профиль гирляндаларынан тыш, барлыҡ иҫке декоратив пластика алына. Шундай тышҡы йөҙөн тетар 1965 йылғы реконструкцияға тиклем һаҡлай. Ул ваҡытта архитектор Никола Шерцер етәкселегендә вестибюлгә, тамашалар залына һәм оркестр соҡорона үҙгәрештәр индерелә.
Милли театры бинаһы иң һуңғы һәм күләмле реконструкцияны (1986—1989) профессиональ берләшмәләр һәм киң йәмәғәтселек бәхәсе оҙатыуында кисерә. Бәхәс бинаға уның тәүге йөҙөн ҡайтарырғамы, әллә 1922 йылда булғанын ҡалдырырғамы, тигән тема буйынса бара. Барыбер ҙә бина беренсе проект буйынса реконструкцияланырға тейеш тип ҡарар ителә, ә корпустың артҡы өлөшөнә архитекторҙар Слободан Дренякович һәм Любомир Здравкович проекты буйынса быяла төкәтмә эшләнә. Театрҙың эске киңлеге, архитектор Милан Палишашко ниәте буйынса, уның тәүге йөҙөн тергеҙеү бурысын ҡуя, йәғни театрҙың элекке символик һәм күҙгә күренгән өҫтөнлөктәрен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Вечтибюль уртаһында итальян скульпторы Энрико Пации (1872) эшләгән кенәз Михаил бюсы ҡуйыла, ә Степан Колесниковтың тамаша залы түбәһендәге композицияһы һаҡланып ҡалған рәсем нөхсәләре буйынса реставрациялана.
Илдең шау-шыулы тарихи ваҡиғаларын үтеп, Белград Милли театры һаман да серб мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы булып ҡала. Ул артабан да серб рухиәтенең маяғы буласаҡ. Йәмғиәт тормошондағы мөһим мәҙәни-тарихи, архитектура-урбанистик, художество-эстетик ролен танып һәм ихтирам итеп, Белградтың Милли театры 1983 йылда айырым әһәмиәтле иәҙәни мираҫ тип иғлан ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Милли театр
- Мәҙәни һәйкәлдәр досьеһы. Мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса документация институтты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Институт искусств Фландрии — 2015.
- ↑ Сербский национальный театр — Мир театра. Информационный каталог театров мира
- ↑ Национальный театр в Белграде . Энциклопедия балета. Дата обращения: 7 сентябрь 2012.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Национальный театр — Туристическая организация Белграда (рус.)
- История — Официальный сайт театра 2013 йыл 5 декабрь архивланған. (инг.) (серб.)