Милли ботаника баҡсаһы (Латвия)

Милли ботаника баҡса (латыш. Nacionālais botāniskais dārzs) — Латвияның Саласпилс ҡалаһында урынлашҡан ботаник баҡса. Балтик буйы илдәрендә иң эре баҡсаларҙың береһе булып тора.

Милли ботаника баҡсаһы
нем. Nacionālais botāniskais dārzs
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Саласпилс[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы derived public person[d]
Майҙан 129 гектар
Рәсми сайт nbd.gov.lv
Карта
 Милли ботаника баҡсаһы (Латвия) Викимилектә

Ботаника баҡсаһына нигеҙ 1836 йылда һалына. Анна Гертруда Верман тарафынан Дессау ҡалаһынан саҡырылған немец баҡсасыһы Кристиан Вильгельм Шох Ригала баҡсасылыҡ фирмаһына нигеҙ һала. Был баҡсаның питомнигы ҡала ситендә (хәҙерге Ганибудамбис урамы) урынлашҡан булған. Аҙаҡ питомник ныҡ ҙурайғас, 1898 йылда уны Саласпилс ҡалаһына күсерергә ҡарар ителә. Икенсе донъя һуғышына тиклем питомник бөтә Балтик буйында иң ҙуры булған..

1944 йылда Саласпилстә емеш-еләк ағастарының дәүләт питомнигы ойошторола. Унда шулай уҡ, декоратив үҫемлектәр ҙә киң үрсетелә.

1947 йылда ул Баҡсасылыҡ һынау станцияһы итеп үҙгәртелә. Латыш ғалимдары инициативаһы менән 1956 йылдың 1 сентябренән тупланған коллекцияларға (2000-дән ашыу төр һәм сорт) һәм баҡсасылыҡтың бай традицияларына нигеҙләнеп был урында Латвия ССР-ы Фәндәр академияһының ботаника баҡсаһы нигеҙләнә. 1968 йылда баҡсаға ғилми-тикшеренеү институты статусы бирелә.

Латвияның дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң, 1992 йылда Ботаника баҡсаһына Милли ботаника баҡсаһы статусы бирелә. Шулай итеп, ул дәүләт әһәмиәтендәге мәғариф, мәҙәни һәм фәнни объект тип таныла.

2015 йылдың 23 апрелендә Латвия президенты Андрис Берзиньш һәм мөхитте һаҡлау һәм төбәктәр үҫеше министры Каспарс Герхардс (lv) ҡатнашлығында Ботаника баҡсаһы эргәһендә тантаналы рәүештә 3300 м² майҙанлы яңы оранжерея асыла. Унда 2000-дән ашыу экзотик үҫемлектәр, шулай уҡ ҡиммәтле бүлмә һәм теплица үҫемлектәр коллекцияһы урын алған.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ботаника баҡсаһын нигеҙләгәндә уның төп бурыстары билдәләнә: ботаника өлкәһендә фәнни тикшеренеү эштәре, декоратив баҡсасылыҡ, йәшелләндереү, интродукция, үҫемлектәр генетикаһы һәм селекцияһы, шулай уҡ уларҙы популярлаштырыу.

Баҡсаның дөйөм майҙаны әлеге ваҡытта 129 гектар тәшкил итә. Бында 14.000-дән ашыу үҫемлек төрө һәм сорттары, шул иҫәптән 5000-гә яҡын ағас төрө һәм 1400 самаһы теплица үҫемлектәре бар. Бынан тыш, баҡсаның мөһим ғилми тәғәйенләнеше бар. Ул шулай уҡ ҡала халҡының популяр ял итеү урыны булып тора.

Һылтанмалар

үҙгәртергә