Мигель Отеро Сильва

Миге́ль Оте́ро Си́льва (исп. Miguel Otero Silva, 19081985) — венесуэла яҙыусыһы, шағиры, публицисы һәм һул ҡарашлы сәйәси эшмәкәр. «1928 быуыны» революцион студент хәрәкәте ҡатнашыусыһы, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән, Венесуэланы ташлап китергә мәжбүр булған. Әҫәрҙәрен Тыуған иле тарихының социаль-сәйәси проблемаларына бағышлаған Венесуэла әҙәбиәтенең оло фигураһы. Баһалы «Насиональ» гәзитенең күп йылдар дауамлы нәшриәтсеһе.

{{{Исеме}}}
Жанр:

роман

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биографияһы

үҙгәртергә

1908 йылдың 26 октябрендә Венесуэланың Ансоатеги штатында ярлы ғаиләлә тыуған. Уның ата-әсәһе — Энрике Отеро Вискаррондо һәм Мерседес Сильва Перес, әсәһе ул бәләкәй саҡта уҡ вафат булған. Сан-Хосе де лос Текес лицейында уҡыған, шунан директоры танылған яҙыусы Ромуло Гальегос булған Каракас лицейын тамамлаған. 1924 йылда Венесуэла Үҙәк Университетының инженер факультетына уҡырға ингән, әммә уны тамамламаған. 1925 йылда «Élite» журналында үҙенең «Estampa» («Гравюра») тигән тәүге шиғырын баҫтырып сығарған. Шул уҡ осорҙа «Fantoches» гәзите һәм «Caricaturas» журналында Miatsi ҡушаматы менән юморист булараҡ сығыш яһай.

1928 йылда диктатор Хуан Висенте Гомесҡа ҡаршы заговорға ҡушыла, шуның өсөн полиция эҙәрлекләүенә дусар ителеп, сит илгә ҡасып китергә мәжбүр булған. Унда ул Венесуэлаға баҫып инеү әҙерләгән революционерҙар төркөмөнә ҡушыла. Ун йыл үткәндән һуң, ул ваҡиғаларҙы үҙенең «Fiebre» («Лихорадка») тип исемләнгән тәүге документаль романында тасуирлай. 1930 йылда Коммунистар партияһы сафына инә. 1935 йылдың декабрендә Гомес вафат булғандан һуң, Венесуэлаға әйләнеп ҡайта. Шул ваҡыттан бирле ул «Sinfonías tontas» («Глупые симфонии») тигән дөйөм атама менән «Ahora» гәзитендә сәйәси тел төбө тойомланған юмористик шиғырҙарын баҫтырған. 1938 йылдың мартында коммунист булараҡ илдән ҡыуыла, Мексикаға, артабан - АҠШ-ҡа, Кубаға һәм Колумбияға китә, унда үҙенең «Agua y Cauce» («Вода и русло») тигән тәүге шиғырҙар китабын баҫтыра. Венесуэлаға әйләнеп ҡайтҡандан һуң, Ф. Х. Дельгадо һәм рәссам К. Седеньо менән 1941 йылда «El Morracoy Azul» тигән юмористик аҙналыҡ һәм «Aquí Está» тигән аҙналыҡ гәзит, ә 1943 йылда, атаһы менән берлектә, — газету «El Nacional» гәзитен сығара башлай. 1943—1949 йылдарҙа Венесуэла Үҙәк Университетында журналистика өйрәнә, ә университетты тамамлағандан һуң, Венесуэла Журналистары Ассоциацияһын етәкләй. 1946 йылда журналист һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мария Тереса Кастильоға өйләнә. Уларҙың ике балаһы була.

1951 йылда М. Отеро Сильва, партия дисциплинаһына буйһона алмауын сәбәп итеп, Коммунистар партияһы сафтарынан сыға, һәм үҙен тулыһынса әҙәби эшмәкәрлеккә бағышларға ҡарар итә. 1955 йылда «Casas muertas» («Мертвые дома») романы өсөн Әҙәбиәт буйынса милли премияға лайыҡ була. Диктатор Маркос Перес Хименес хакимлығының һуңғы көндәрендә ҡулға алына, ә уны бәреп төшөргәндән һуң, Аригуа штатынан сенатор итеп һайлана (1958 йылдың декабре). Шул уҡ йылда журналистика буйынса Милли премия ала. «El Nacional» гәзите директоры булараҡ, Ромул Бетанкур хөкүмәте баҫымына дусар ителә, шуның арҡаһында гәзитте мөхәррирләү эшенән дә ситләтелә. Сенатор сифатында Милли Мәҙәниәт һәм Сәнғәт Институтын (ИНСИБА,1960) төҙөүгә булышлыҡ итә.

 
Каракас (Венесуэланың баш ҡалаһы Анд тауҙары фонында).

М. Переса Хименес диктатураһына ҡаршы көрәш тураһында 1961 йылда «Oficina № 1» (рус теленә тәржемәлә — «Город в саванне») романын, 1963 йылда — «La muerte de Honorio» (рус теленә тәржемәлә — «Пятеро, которые молчали») романын баҫтырып сығара. 1967 йылда Венесуэла Тел Академияһына эшкә алына. 1970 йылда уның венесуэла йәштәре яҙмышын асҡан иң танылған «Cuando quiero llorar, no lloro» («Когда хочется плакать, не плачу») романы, ә бер йыл үткәс — Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Һуғыш ваҡиғаларын бәйән иткән «Lope de Aguirre, príncipe de la libertad» («Лопе де Агирре, князь свободы») тарихи романдары донъя күрә. 1980 йылда уға «Халыҡтар араһында тыныслыҡ нығытҡан өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы тапшырыла. 1984 йылда уның евангелие мотивтары буйынса яҙылған һуңғы «La piedra, que era Cristo» («И стал тот камень Христом») романы баҫыла — Иисус Христос тарихының тағы ла бер шиғри трактовкаһы була.

1985 йылдың 28 авгусында Каракаста вафат була.

Үҙ эсенә романдар, шиғырҙар, поэмалар, пьесалар, публицистика индергән ҙур әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, уның ижадына хатта киң билдәлелек алған авторҙар Пабло Неруда һәм Габриель Гарсиа Маркес та һоҡланды.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Романдары

үҙгәртергә
  • Fiebre (1939)
  • Casas Muertas (1955)
  • Oficina № 1 (1961)
  • La muerte de Honorio (1963)
  • Cuando quiero llorar, no lloro (1970)
  • Lope de Aguirre, príncipe de la libertad (1975)
  • La piedra que era Cristo (1984)

Шиғриәте

үҙгәртергә
  • Agua y Cauce (Water and Ditch, 1937)
  • 25 poemas (25 poems, 1942)
  • Elegía coral a Andrés Eloy Blanco (Coral Elegy to Andrés Eloy Blanco, 1958)
  • La Mar que es el Morir (1965)
  • Las Celestiales (The Celestials, 1965)
  • Umbral (1966)

Рус телендә баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Мертвые дома. — М.: «Изд-во иностранной литературы», 1961
  • Лихорадка. — М.: «Художественная литература», 1964
  • Город в саванне. — М.: «Прогресс», 1968
  • Пятеро, которые молчали. — «Иностранная литература», № 3, 1965
  • Пятеро, которые молчали. — М.: «Художественная литература»: «Роман-газета», № 3 (351), 1966
  • Когда хочется плакать, не плачу. — «Иностранная литература» № 7, 1972
  • Лопе де Агирре, князь свободы. — «Иностранная литература», № 9,10, 1981
  • И стал тот камень Христом. — «Иностранная литература», № 3, 1989

Библиография

үҙгәртергә
  • Кутейщикова В. Н., Роман Латинской Америки в XX в., М., 1964

Һылтанмалар

үҙгәртергә