Метехи ҡорамы
Метехи ҡорамы (груз. მეტეხის ტაძარი ღვთისმშობლის შობის) — Тбилисиҙа Успение Пресвятая Богородица хөрмәтенә арналған сиркәү, Грузин православ сиркәүе ҡарамағында. Метехи районында Кура йылғаһы өҫтөндәге ҡаяла урынлашҡан. Тбилисиҙың визит карточкларының береһе булып тора.
Метехи ҡорамы | |
груз. მეტეხის ღვთისმშობლის შობის ტაძარი | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Мәрйәм Инә[d] |
Дәүләт | Грузия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | тау тоҡомо |
Архитектура стиле | грузинская архитектура[d] |
Дата официального закрытия | 1921 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1235 |
Мираҫ статусы | культурное наследие Грузии[d][1] |
Оҙонлоҡ | 20 метр |
Киңлек | 16 метр |
Бейеклеге/буйы | 24,5 метр |
Адрес | მეტეხის აღმართი 1 |
Метехи ҡорамы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәФараз буйынса беренсе ҡорам был урында ҙур төҙөлөш алып барған Вахтанг Горгасали тарафынан төҙөлгән (V быуат), бында уның һарайы урынлашыуы ихтимал. Ғибәҙәтханала Изге Шушаник ерләнгән (432 йылдар тирәһендә вафат булған). Уның кәүҙәһен епископ Кирион ҡушыуы буйынса VII быуатта Цуртавинан күсерәләр.
Яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр XII быуаттарҙа телгә алына. Ғибәҙәтхана эргәһендәге территория нығытыла, уның менән йәнәш батша һарайы була. Бында батшабикә Тамара бында доға ҡылған тигән мәғлүмәттәр бар (1195).
1235 йылда монгол яуы ваҡытында ғибәҙәтхана емерелә, әммә 1278—1289 йылдарҙа Димитрий Самопожертвователь хаким иткән ваҡытта тулыһынса тергеҙелә һәм шул ҡиәфәттә беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә. Ҡорамдың диуарҙары шымартылған таштарҙан төҙөлә. әммә һуңыраҡ (күрәһең, XVIII быуатта) эсендә бөтә ерендә тиерлек кирбес менән реставрациялана, диуарҙарының эске биҙәге һаҡланмаған, стеналарының тышҡы декоры орнамент мотивтарҙан тора, тәҙрә ҡапҡастары өҫтөндә орнамент менән ҡапланған тәреләр яһалған.
Вахтанг V заманында (1654 йылда ислам ҡабул итеүгә мәжбүр булған саҡта) дары келәте булараҡ ҡулланыла. 1672 йылда Тбилиси ҡалаһына килгән фәранцуз сәйәхәтсеһе Шарден ғибәҙәтхананы ныҡ зыян күргән хәлдә күрә. 1748 йылда батша Ираклий II, Метехи тауында төрөктәрҙән ҡәлғәне яулап, уны тергеҙергә бойороҡ бирә, ошо ваҡытта кирбестән көмбәҙҙең яңы барабаны төҙөлә һәм күпурындарҙа ҡорамдың стеналары тергеҙелә.
Ҡорам 1795 йылда ҡаланың фарсы ҡыйралышы ваҡытында яна, икона юғала. Ғибәҙәтхананы батша Георгий XIII тергеҙә.
1816—1819 йылдарҙа Кавказ командующийы А.Ермолаев бойороғо буйынса ғибәҙәтхана тирәләй ҡәлғә диуарҙары емерелә, ә бушаған территорияла төрмә биналары ойошторола. 1903 йылдың 17 авгусында был төрмәлә грузин революционеры Ладо Кецховели һәләк була. Шул йылдарҙа сиркәү казак полктары казармаһы комплексына индерелә. Берия ваҡытында саҡ һүтеп алынмай: уны һүтеп алыуға ҡаршы протест белдергән рәссам Шеварднадзе Дмитрий үҙ ғүмере менән түләй.
1958 йылда төрмә замогы ҡалдыҡтарын һүтелә, 1966 йылда биләмәләре төҙөкләндерелә,1967 йылдың 25 апрелендә Вахтанг Горгасали һәйкәле асыла. Совет осоронда сиркәү бүлмәләрен төрлө ойошмалар биләй. 1974 йылда бөтә булған эске бүлкәләре һүтеп алына, ә бина йәштәр эксперименталь театрына тапшырыла, улар бина уртаһында көмбәҙе аҫтында көньяҡ яҡтан, кулиса менән сәхнә, 100 урынға тамашасылар амфитеатры ойошторалар.
Үҙ ваҡытында Звиад Гамсахурдия ҡорамды Грузия сиркәүенә ҡайтарыуҙы талап итеп, аслыҡ иғлан итә. 1988 йылда ҡорам диндарҙарға кире ҡайтарыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Квирквелия Т. Р. Тбилиси Архитектураһы. М.: Стройиздат, 1985