Мезоамерика
(Месоамерика битенән йүнәлтелде)
Мезоамерика, Месоамерика (бор. грек. μέσος — урта), Урта Америка — Мексиканың уртаһынан Гондурас һәм Никарагуаға тиклем булған тарихи-мәҙәни регион. Терминды 1943 йылда немес философы һәм антропологы Паул Кирхгофф кереткән.
Төп мәғлүмәт
үҙгәртергәКолумбҡа тиклем осорҙағы Мезоамерика халҡының төп айырмаһы:
- идара итеү структураһы ҡатмарлы булған, ҡайһы саҡта дәүләт кимәленә барып еткән, ер эшкәртеүгә ҡоролған йәмғиәт;
- төрлө йолалар үткәреү өсөн үҙәктәр, хатта ҙур ҡоролмалы (пирамидалар, һарайҙар, ареналар) ҡалалар;
- кәсепселектең юғары кимәлдә булыуы: кемамика, таш, ағас, металл эшкәртеү, текстиль, рәсем төшөрөү;
- астронимияны белеү, теүәл календарь, яҙыу системаһын белеү.
Мезоамерика киң үҫеш алған мәҙәниәттең тыуған иле:
- Ацтек
- Майя
- Миштек
- Ольмек
- Пурепеча
- Сапотек
- Тольтек
- Тотонак
- Уастек
- Чичимек
Мезоамерика индеецтәре теле 10 ғаиләгә ҡарай. Бөгөнгө көндә испан теле өҫтөнлөк алһа ла, урындағы телде белеүселәр һаны әкренләп арта бара.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Талах В. Н., Куприенко С. А. Америка первоначальная. Источники по истории майя, науа (астеков) и инков / Ред. В. Н. Талах, С. А. Куприенко.. — К.: Видавець Купрієнко С.А., 2013. — 370 с. — ISBN 978-617-7085-00-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт о древней Мезоамерике.
- Чикомосток.
- Зубарев В.Г. История древней Центральной и Южной Америки. Тульский государственный педагогический университет им Л.Н. Толстого. Кафедра всеобщей истории и арехологии. (2001). Дата обращения: 15 ғинуар 2010. Архивировано 3 май 2007 года.