Мерьем Сахра Узерли (тур. Uzerli Meryem Sahra; 12 август 1983[3][4][5]) — төрөк-немец актрисаһы[6] һәм моделе[7][8][9][10][11][12][13]. Киң танылған «Великолепный век» сериалындағы роле буйынса билдәле.

Мерьем Узерли
төр. Meryem Uzerli
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Германия
 Төркиә
Тыуған көнө 12 август 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2] (40 йәш)
Тыуған урыны Кассель, ba, Германия Федератив Республикаһы[d][1]
Һөнәр төрө актёр, кино актёры
Рәсми сайт meryem.me
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 214 623

Биографияһы үҙгәртергә

Мерьем Узерли 1983 йылдың 12 авгусында Германияның Кассель ҡалаһында тыуған. Ғаиләлә дүртенсеһе бала[14] була (өлкән ике әсәләш туғаны Денни һәм Кристофер әсәһенең беренсе никахынан һәм өлкән бер туған апаһы — Джанан Узерли — немец-төрөк йырсыһы). Атаһы Хөсәйен — төрөк, ә әсәһе Урсула — немец ҡатыны[15].

2000—2003 йылдарҙа Мерьем Узерли Гамбург ҡалаһында Фреза драма студияһы актер оҫталығына өйрәнә[16][6]. Ҙур булмаған театраль проекттарҙа ҡатнаша. 2003 йылдан 2008 йылға тиклем ҡыҫҡа метражлы немец фильмдары серияһында төшә. 2011 йылдан 2013 йылға тиклем продюсер Тимур Йософ Савджи саҡырыуы буйынса   тарихи «Великолепный век» сериалында солтан Сөләймән I хаким иткән осорондағы Ғосман империяһы тормошо тураһында төшөрөүҙә ҡатнаша, бында Төркиәгә Ҡырымдан алып килгән Роксолананы уйнай.

2013 йылдың 16 майында өсөнсө миҙгел тамамланғанға тиклем бер нисә серияны төшөрөүгә ҡалғас, Мерьем тыуған иленә ҡайта һәм төшөрөүҙәргә килмәй[17]. Актриса үҙе әйтеүенсә, физик һәм психологик сәбәп булып «Великолепный век» сериалының 100-120 минутлыҡ эштәренән ныҡ арыуы, шулай уҡ актрисаның элекке һөйгәне Джан Атештан йөклө булыуы тора.

Мерьем 2014 йылда Истанбулға ҡайта, ә 2015 йылда «Материнская рана» фильмында төшә, унда Мария ролен уйнай. 2015 йылдың 20 декабрендә Мерьем үҙенең «Meryem Cosmetics»косметик брендын презентациялай. 2015—2016 йылдарҙа «Королева ночи» сериалында төшә, унда француженка Селинды уйнай. Проект рейтингы түбән булыу сәбәпле ябыла.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Күпмелер ваҡыт Мерьем Узерли төрөк бизнесмены Джан Атеш менән осраша, пар хатта йәрәшеү тураһында иғлан итә. 2013 йылдың август айында уларҙың ыҙғыш менән айырылышыуы билдәле була. Август аҙағында Мерьем дүртенсе ай йөклө булыуы тураһында иғлан итә[18].

2014 йылдың 10 февралендә Мерьемдың ҡыҙы тыуа[19], уны Лара тип атай[20].

Сентябрь башында Мерьем, 4-се ай йөклө булыуы тураһында иғлан итә. Узерли һөйгәненең исемен йәшерә, әммә, уның американлы булыуы билдәле[21].

2021 йылдың 8 ғинуарында Мерьем икенсе тапҡырға әсәй була. Ҡыҙы тыуғас, уға Лили Кои тип ҡуша.

Фильмографияһы үҙгәртергә

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
2008 ф Втроём Ménage ä trois Маделина
2008 с Инга Линдстрём Inga Lindström Бритта
2009 ф Безумный уик-енд Das total verrückte Wochenende девушка лёгкого поведения
2009 ф Звёзды на льду Sterne über dem Eis студентка
2010 ҡыҫҡ Линия The Line Анна
2010 с МВЛФ: Мы все любим футбол WALF: We All Love Football Лина
2010 ҡыҫҡ Дела любовные Lover's Guide Мара
2010 ф Путешествие без возврата Journey of No Return стюардесса
2011 с Гамбург Докленд Notruf Hafenkante Элина
2011 ҡыҫҡ А теперь балет Jetzt aber Ballett Саша Китано / Sasha Kitano
2011 с Дело для двоих Ein Fall für zwei Анкель
2012 ф Да это сама жизнь! Das ist ja das Leben selbst! играет саму себя
20112014 с Великолепный век Muhteşem Yüzyıl Хюррем-султан / Роксолана / (Александра)
20152016 с Королева ночи Gecenin Kraliçesi Селин
2015 ф Материнская рана Annemin Yarasi Мария
20162017 с Мафия не может править миром Eşkıya Dünyaya Hükümdar Olmaz Сузан
2017 ф Другая сторона Öteki Taraf Сара
2017 ф Джингёз Реджаи Cimgöz Recai Гёзе

Бүләктәре һәм номинациялары үҙгәртергә

Бейруттың 7-се халыҡ-ара наградаһы үҙгәртергә

2016: 2016 йылдың иң яҡшы халыҡ-ара актирсаһы

Tüketici Академияһы премияһы үҙгәртергә

2011: «Muhteşem Yüzyıl» өсөн иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле

Silver Horse бүләге үҙгәртергә

2011: иң«Muhteşem Yüzyıl» өсөн яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле.

Истанбулда Мармар университеты үҙгәртергә

2011: йәш таланттар бүләге

47-се халыҡ-ара «Алтын әфлисун» кинофестивале үҙгәртергә

2010: «Путешествие без возвращения» өсөн жюриҙың махсус призы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #1061583864 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Meriem Sahra Userli // filmportal.de — 2005.
  3. Meryem Uzerli (төр.). SinemaTürk. Дата обращения: 13 июнь 2014.
  4. Meryem Uzerli (төр.). diziler.com. Дата обращения: 13 июнь 2014. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  5. Биография Мерьем Узерли. www.bestactor.ru. Дата обращения: 13 июнь 2014.
  6. 6,0 6,1 Onu ancak ölüm durdurur (төр.). hurriyet.com. Дата обращения: 13 июнь 2014.
  7. Meryem Uzreli Advertising. meryem.me. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 11 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 11 ғинуар архивланған.
  8. Meryem Uzerli - Elidor Reklamı. YouTube. Дата обращения: 1 ғинуар 2015.
  9. Elidor Meryem Uzerli yeni reklamı. YouTube. Дата обращения: 1 ғинуар 2015.
  10. Meryem Uzerli in Elidor Commercial. Daily Motion. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  11. Meryem Uzerli -- Marie Claire Kamera Arkası. YouTube. Дата обращения: 1 ғинуар 2015.
  12. Meryem Uzerli Marie Claire Çekimleri. Daily Motion. Дата обращения: 1 ғинуар 2015. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  13. Meryem Uzreli Press. meryem.me. Дата обращения: 3 ғинуар 2015.
  14. Мерьем Узерли рассказала о своей личной жизни и отношениях с мужчинами. delfi.ua (31 ғинуар 2013). Дата обращения: 22 февраль 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2013 йыл 2 февраль архивланған.
  15. Hürrem'i hiç böyle görmediniz! Milliyet. Дата обращения: 10 август 2012.
  16. Meriem Sahra Userli (Meryem Sarah Uzerli). Patricia Horwitz - Agentur für Film, TV und Theater. Дата обращения: 22 февраль 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
  17. Мерьем Узерли покинула сериал Великолепный Век.Дата обращения: 27 июня 2013.Архивировано 1 июля 2013 года.
  18. Мерьем Узерли рассказала, почему на самом деле ушла из «Великолепного века». Дата обращения: 16 сентябрь 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  19. Звезда сериала «Великолепный век» Мерьем Узерли родила дочь
  20. Meryem Uzerli anne oldu (төр.). Star (gazete) (11 февраль 2014). Дата обращения: 12 февраль 2014. Архивировано 12 февраль 2014 года.
  21. "Роксолана" Мерьем Узерли беременна второй раз: первые фото | Караван

Һылтанмалар үҙгәртергә