Менчинская Наталья Александровна
Менчинская Наталья Александровна (1905—1984) — совет ғалим-психологы, педагогия фәндәре докторы (1952), профессор, СССР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1968).
Менчинская Наталья Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1905[1] |
Тыуған урыны | Ялта[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 июль 1984[1] (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | психолог |
Эш урыны | Институт психологии РАН[d] |
Биләгән вазифаһы | профессор[d] |
Уҡыу йорто | Таврический университет[d] |
Ғилми исеме | член-корреспондент Академии педагогических наук СССР[d] |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре докторы[d] (1952) |
Ғилми етәксе | Лев Семёнович Выготский[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Үҫеш һәм педагогик психология өлкәһендә белгес, СССР-ҙа уҡытыу психологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы.
Биографияһы
үҙгәртергә1905 йылдың 15 ғинуарында Ялтала земство табибы ғаиләһендә тыуған.
1927 йылда Ҡырым педагогия институтын (хәҙер В. И. Вернадский исемендәге милли Таврия университеты) тамамлай һәм 2-се Мәскәү дәүләт университеты эргәһендәге ғилми педагогика институты аспирантураһында уҡыуын дауам итә (1930 йылдан), унда совет психологы Л. С. Выготский етәкселегендә уҡыусыларҙа арифметик ғәмәл үҫеше проблемалары буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Аспирантураны тамамлағандан һуң, 1930 йылдан, Урал индустриаль-педагогия институтында (хәҙер Урал дәүләт педагогия университеты) уҡыта. 1932 йылдан Наталья Менчинская Мәскәүҙә РСФСР Педагогия фәндәре академияһының Психология институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының Психология институты) эшләй, уҡыусының уҡыу һәм аҡыл үҫеше психологияһы лабораторияһы мөдире була (1937—1981). 1952 йылда «Психология обучения арифметике» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1955 йылда ул айырым дәреслек булып баҫып сығарыла.[2] 1955—1965 йылдарҙа институттың фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм ғилми секретары була.[3]
Мәскәүҙә 1984 йылдың 6 июлендә вафат була. Мәскәүҙә Ваганьковский зыяратында ерләнгән.[4]
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәН. А. Менчинскаяның тикшеренеүҙәре баланың психикаһы үҫеше һәм уҡыу психологияһының мөһим проблемалары менән бәйле була. Уның өс монографияһы педагогия фәндәре академияһының премияларына лайыҡ була. Ғалимдың төп баҫмалары:
- «Психология обучения арифметике» (1955);
- «Психология усвоения знаний в школе» (в соавторстве с Д. Н. Богоявленским, 1959);
- «Вопросы методики и психологии обучения арифметике в начальных классах» (в соавторстве с М. И. Моро, 1965);
- «Вопросы умственного развития ребёнка» (1970);
- «Психологические проблемы активности личности в обучении» (1971);
- «Психологические проблемы неуспеваемости школьников» (1971).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Идиографический подход
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Краткий психологический словарь. Ростов-на-Дону: «ФЕНИКС». Л. А. Карпенко, А. В. Петровский, М. Г. Ярошевский. 1998.
- Большой психологический словарь. Москва: «Прайм-ЕВРОЗНАК». Под ред. Б. Г. Мещерякова, акад. В. П. Зинченко. 2003.