Менделеев һәйкәле (Санкт-Петербург)

Д. И. Менделеев һәйкәле — скульптуралы монумент, ул данлыҡлы урыҫ химигы Д. И. Менделеевҡа ҡуйылған. Һәйкәл Рәсәйҙең Санкт-Петербургтағы Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр палатаһы янында, Мәскәү проспектында ҡуйылған. Һәйкәл 1932 йылда скульптор И. Я Гинцбург проекты буйынса эшләнгән. Был федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1].

Менделеев һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Московский проспект[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Менделеев һәйкәле Викимилектә

1890 йылда скульптор И. Я. Гинцбург Химик элементтарҙың таблицаһын уйлап тапҡан Рәсәй ғалимы, химик Дмитрий Иванович Менделеевтың үҙе тере сағында уҡ, скульптураһы портретын натуранан башҡара. И. Я Гинцбургтың был эше артабан бронзанан ҡойола һәм күренекле ғалим уны һатып ала, һуңынан үҙ скульптураһын Фәндәр академияһында урынлаштыра. Был портрет нигеҙендә 1930 йылда Гинцбург Фәндәр академияһында торған Менделеев скульптураһының күсермәһенбулдыра һәм Д. И. Менделеев һәйкәленең моделен эшләй (Менделеев тере сағында үҙенең бронзанан эшләнгән һәйкәлен Фәндәр академияһына бүләк иткән булған)[2]. Ленинград ҡалаһы Совет властары тарафынан ҡаланың Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр палатаһы урынлашҡан «Ҡыҙыл йорт» алдында, Д. И. Менделеев йәшәгән һәм вафат булған 6-сы йорт алдындағы скверҙа, тиҙ арала һәйкәл ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул итә[3]. Был скверҙа эштән буш саҡтарында Менделеев яратып ял иткән беседка урынлашҡан булған[4].

Фәндәр академияһы эргәһендәге Баш фәндәр Художество-репродукция сәнғәт оҫтаханаһында ғалимдың бронза скульптураһы ҡойола. 1932 йылдың 2 февралендә Ленинград ҡалаһында һәйкәл асыу тантанаһы үткәрелә, был мәҙәни сара ғалим вафаты көнөнөң 25 йыллығына тап килтереп уҙғарыла. 1935 йылда Д. И. Менделев йәшәгән күрше йорттоң ҡабырғаһында мозаика оҫтаһы В. А. Фроловтың Менделеев таблицаһын һүрәтләгән панноһы эшләнеп ҡуйыла[2].

Һәйкәл урынлашҡан сквер башта ҡойма менән уратып алынған була һәм ул Үлсәм һәм үлсәүҙәр палатаһына башта ҡараған була. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында кәртә емерелгән була[4].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Һәйкәлдә Д. И. Менделеев креслола уйланып ултыра, ул аяҡтарын бер-береһенең өҫтөнә һалған. Ғалимдың тубыҡтарында асылған китап ята, һул ҡулында сигарета[3]. Бер өйөм ҡағыҙ кресло аҫтында ята, уның береһендә «1894 йылда Төп үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр палатаһының ваҡытлыса кешеһе» тип яҙылған. Ғалим фигураһы тәбиғи дәүмәлдәрҙә (1,8 м) тиерлек башҡарылған, ул бер метр бейеклегендәге гранит постаментта урынлаштырылған[4].