Үлсәмдәр һәм ауырлыҡтарҙың төп палатаһы

Оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтарҙың төп палатаһы (1842 йылдан 1893 йылға тиклем — өлгөлө оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар Депоһы) — Рәсәй империяһының метрологик һәм тикшереү учреждениеһы; Рәсәйҙә был төрҙәге беренсе дәүләт учреждениеһы. Илдә финанс министрлығының тикшереү өлкәһе менән етәкселек иткән һәм сауҙа өлкәһенә буйһонған үҙәк учреждениеһы булып тора.

Үлсәмдәр һәм ауырлыҡтарҙың төп палатаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Үлсәмдәр һәм ауырлыҡтарҙың төп палатаһы Викимилектә

Санкт-Петербургтың Мәскәү проспектында үлсәмдәр һәм ауырлыҡтар палатаһы бинаһы.

Тарихы үҙгәртергә

Өлгөлө оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар Депоһы Санкт-Петербург ҡалаһында 1842 йылда ойошторола. Уның бурыстарына үлсәмдәр эталонын һаҡлау һәм уларҙы тикшереүҙе ойоштороу, шулай уҡ яңы эталондар эшләү инә.

Оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар Депоһының беренсе ғалим-һаҡлаусыһы булып академик Адольф Яковлевич Купфер һәм профессор Владимир Семенович Глухов тора. 1892 йылда ғалим-һаҡлаусы итеп химик Дмитрий Иванович Менделеев тәғәйенләнә. Депо менән етәксек итеү буйынса эшмәкәрлегенең башында уҡ Менделеев үҙенең алдына өс бурыс ҡуя, уның фекеренсә, был мәсьәләләрҙе хәл итеү оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар өлкәһендә булған хәлде тамырынан үҙгәртергә тейеш була: урыҫ оҙонлоҡ һәм масса прототиптарын тергеҙеү; ғилми эштәр өсөн яҡшы йыһазландырылған лабораториялар менән үҙәк метрологик учреждение булдырыу; тикшереү эштәрен яңы башланғыстарҙа ойоштороу.

1893 йылда Менделеев инициативаһы буйынса Өлгөлө оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар Депоһы Төп оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар палатаһы тип үҙгәртелә, ул уның менән идара итеүсе итеп тәғәйенләнә.

Оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтарҙың төп палатаһы тураһындағы положениеға ярашлы, уға йөкмәтелә:

  1. Рәсәйҙә ҡабул ителгән ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ берәмектәренең төп өлгөләрен (прототибтарын) һаҡлау;
  2. Сит ил ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ үлсәмдәре берәмектәренең күсермәләрен һәм өлгөләрен һаҡлау;
  3. Сауҙа ауырлыҡ һәм оҙонлоҡ үлсәмдәрен тикшереү өсөн төп өлгөләрҙең теүәл күсермәһен эшләү һәм был күсермәләрҙе ваҡыт-ваҡыт тикшереп тороу;
  4. һәр төрлө үлсәмдәрҙе һәм үлсәү приборҙарын тикшереү;
  5. урыҫ һәм сит ил үлсәмдәрдәренең сағыштырма таблицаһын һәм урындағы тикшереү учреждениеларында ауырлыҡтарҙы һәм оҙонлоҡтарҙы тикшереүҙе башҡарауҙы билдәләүсе инструкцияларҙы төҙөү;
  6. Хөкүмәт органдары тәҡдиме буйынса, шулай уҡ Төп палатала алып барылған эштәр ваҡытында тыуған үлсәмдәр һәм ауырлыҡтарға ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе ҡарау.

1899 йылдағы үлсәмдәр һәм ауырлыҡтар тураһында положение буйынса «үлсәмдәр һәм ауырлыҡтар буйынса үҙ-ара ярашлыҡты, дөрөҫлөктө, бер төрлөлөктө һаҡлау» палатаның бурысы булып тора; 1901 йылдағы закон буйынса уға урындағы тикшереү палаткалары, уларҙың ваҡытлыса бүлектәре менән етәкселек итеү, палатала булған тикшереүселәрҙе улар буйынса бүлеү һәм командировкаға ебәреү, шулай уҡ метрология буйынса төрлө мәсьәләләрҙе ҡарау һәм оҙонлоҡ һәм ауырлыҡ үлсәүҙәренә тамға һалған өсөн ҡаҙнаға ингән аҡса буйынса отчёт биреү йөкмәтелә.

1931 йылда Палата стандартлаштырыу һәм метрология институты тип үҙгәртелә, 1934 йылдан — метрология институты, хәҙер — Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй метрология ғилми-тикшеренеү институты.

Бинаһы үҙгәртергә

 Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781510363640006 (ЕГРОКН)
объект № 7810077000 (БД Викигида)

Оҙонлоҡтар һәм ауырлыҡтар палатаһы комплексы биналары Санкт-Петербургта ошо адрес буйынса урынлашҡан: Мәскәү проспекты, йорт № 19.

Торлаҡ корпусы (литер Г, корп 4) архитектор А. И. фон Гоген проекты буйынса төҙөлә. 1893—1907 йылдарҙа бында Д. И. Менделеевтың фатиры була, хәҙер был бинала уның исемендәге музей урынлашҡан. Сәғәтле башнялы корпус 1902 йылда граждан инженеры С С. Козлов проекты буйынса элекке Забалканский проспектында төҙөлә[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Е. Каменцева, Н. Устюгов. Русская метрология. М.: Высшая школа, 1975.

Һылтанмалар үҙгәртергә