Менделеев урамы (Өфө)
Менделеев урамы — Өфөләге урам. Киров, Совет, Октябрь районындарында урынлашҡан. Өфө урамдарының иң оҙоно һәм иң боронғоларының береһе. Ағиҙел йылғаһы ярынан башлана һәм Салауат Юлаев проспекты бөткән урын менән Һупайлы урамы башын бүлеп торған юлдар киҫелешендәге Энтузиастар урамы менән тамамлана.
Менделеев урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 7,7 ± 0,1 km |
Менделеев урамы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМенделеев урамы XVIII быуатта барлыҡҡа килә. Ул Сергиев тауында XVI быуатта хезмәтле кешеләр күсеп ултырған, һәм был тау буйынса Сергиев урамы тип атала башлаған. XIX быуат урталарында уны Бәләкәй Сергиевтан (хәҙер Бехтерев урамы) айырыр өсөн, Ҙур Сергиев тип алмаштырғандар Бында, урамдың көньяҡ өлөшөндә өс Сергиев тыҡрығы барлыҡҡа килә, улар бер нисә исем алмаштырып, хәҙер Коллектив, Пирогов һәм Карпинский урамдары тип йөрөтөлә.
XX быуат уртаһынан Ҙур Сергиев урамы беренсе Санитар урамы тип үҙгәртелә, ә һуңынан урам рәсәй химигы Дмитрий Иванович Менделеев хөрмәтенә атала башлай
Менделеев урамы бөгөн
үҙгәртергәХәҙер Менделеев урамы Өфөнөң бөтә көнсығыш өлөшө аша үткән иң мөһим транспорт магистрале булып тора. Урам Өфөнөң тарихи урындарынан үтә: Иҫке Өфө, Йәшел Сауҡалыҡ, Яңы төҙөлөш. Урамдың төньяҡ өлөшөндә Уфимка йылғаһына ҡарай төшкән ҙур урманлы парк зонаһы урынлашҡан.
Урамдарҙа типовой күп ҡатлы төҙөлөш өҫтөнлөк итә. Унда Гурьев йәшелсә базаһы, ҙур «ХБК» сауҙа комплексы, күңел асыу комплексы «Ирәмәл», производство-сауҙа компанияһы БДБ Харис (элек — «Конди», ә уға тиклем — «Кондитер фабрикаһы»), Рәсәй фән академияһы Урал ғилми үҙәгенең (УНЦ РАН) ботаник баҡса-институты, сауҙа үҙәге «Башҡортостан», «Аҡбуҙат» ипподромы урынлашҡан. Шулай уҡ ВДНХ күргәҙмәләр үҙәге бар ине, артабан ул һүтелде, уның урынына яңы күргәҙмә комплексы төҙөлдө.
2015 йылдың 21 февралендә Ирәмәл күҙәтеү тәгәрмәсе асылды
Галерея
үҙгәртергә-
«Ирәмәл» күңел асыу комплексы
-
«Башҡортостан» сауҙа үҙәге
-
«Аҡбуҙат» ипподромы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.