Йәшел Сауҡалыҡ (Өфө)
Өфө ҡалаһының көньяҡ-көнсығышындағы тарихи өлөшө
Йәшел Сауҡалыҡ |
Тарихы
үҙгәртергәЙәшел Сауҡалыҡ — Өфөнөң көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң тарихи атамаһы.
XIX быуатта был ерҙең бер өлөшө — Успение ирҙәр монастыры биләмәһе, бер өлөшө алпауыт Новиковтыҡы була. XX быуат башында унда Өфө социал-демократтары йәшерен маёвкаларға йыйыла. 1917 йылғы инҡилаптан һуң был биҫтәлә «Лутовиново» ял йорто һәм санаторийы асыла, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында был шифаханала эвакогоспиталдәр урынлаша.
1970-се йылдар башынан Йәшел сауҡалыҡта төҙөлөш әүҙемләшә. Унда Өфөнөң «БЭТО», «Конди» (хәҙер — «Harry’s»), «Теастан» кеүек эре предприятиелары урынлаша. Шулай уҡ «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты», «Трикотаж фабрикаһы», «Киров», «Кувыкин», «Менделеев» баҙарҙары һәм башҡалар — ошо биҫтәлә.
Билдәле урындары
үҙгәртергә- «Ихлас» мәсете
- Изге Сергий кафедраль соборы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.