Сыуал
Сыуал — Себер, Волга буйы, Кавказ халыҡтарында аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланылған тура мөрйәле мейес[1]. Камин төрө[2] .
Тасуирләмә
үҙгәртергәСыуал өй эсендә, аласыҡта, бурамала сығарылған һәм торлаҡтың интерьеры булып торған. Сыуалды шулай уҡ тышта ҡыйыҡ аҫтында, йәйге аш-һыу әҙерләү урыны тип тә ҡорғандар.
Мейес урына ситен дүрт яҡлап кәртәләп, эсенә балсыҡтан нигеҙ ҡорғандар. Һуңынан уның өҫтөнә ағас, балсыҡ, таш, кирбес кеүек төҙөлөш материалдарынан мейес һалғандар. Сыуал вертикаль рәүештә тарайып мөрйәгә барып тоташҡан. Алдында яҫы майҙан — көлдөксә эшләп ҡуйғандар.
Сыуалдың ауыҙы бейек һәм асыҡ булған. Эсендә утын сатыр һымаҡ өйөлөп, тура һөйәп яндырылған. Сыуалдың төп тәғәйенләнеше -торлаҡты тиҙ генә йылытыу, кистәрен сыуал яҡтыһында өй эштәре менән булышыу. Шулай уҡ, йыуылған йәки еүешләнгән кейем һалымды ла тиҙ генә киптереп алырға мөмкинлек биргән.
Ә аш-һыу әҙерләү, икмәк бешереү өсөн мейестең икенсе төрөн- усаҡ эшләгәндәр. Усаҡтың ҡаҙан беркетелеп эшләгән һәм икмәк бешерә торған өлөштәре була. Ҡаҙан беркетелгән усаҡтың да ауыҙы асыҡ ҡалдырыла. Ҡаҙан аҫтына яғылған утындың бер осо көлдөксәлә ята. Мейес эсендәге осо янған һайын, утынды эскә этә баралар. Был усаҡта утынды самалап (экономлап) һәм кәрәгенсә тотонорға мөмкинлек бирә:көсәйтергә кәрәкһә -утынды эскә нығыраҡ этәләр, тандыр ут кәрәкһә — кирегә тарта бирәләр.
Усаҡтың икмәк бешереү өсөн өлөшөн эшләгәндә, диуарҙарын ҡалыныраҡ итәләр. Ауыҙын ябыу өсөн тотҡалы тимер ҡапҡас эшләйҙәр. Бындай мейестәр икмәк күп итеп кәрәккәндә һәм ҡалын итеп бешергәндә ҡулланылған. Ә тиҙ генә бешереп алырға кәрәк булғанда, ҡамырҙан йоҡа ғына йәймә эшләп, ҡаҙанлы усаҡ эсендәге ҡайнар көлгә күмгәндәр. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә йоҡҡан көл һөртөп төшөрөлгән.
Сыуылдың да, усаҡтың да алдында мотлаҡ көлдөксә булған. Ул күмер иҙәнгә төшөп, янғын сығыу хәүефенән һаҡлаған. Усаҡ алдына күмерен тартып, өйҙө тиҙ генә йылытып булған. Көлдөксәлә йәйге эҫе көндәрҙә, селләләрҙә ут яҡмай ғына самауыр ҡайнатыу өсөн күмер һундереп булған. Унан тыш күмерҙе ҙур көршәктәрҙә йәки аяҡлы тимер һауыттарҙа ла һүндереп, запаслап ҡалдырғандар.
Сыуал Башҡортостандың Урал аръяғында, көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, таулы-урманлы, үҙәк райондарында таралған булған.
Башҡорт мифологияһында ҡаҙан, усаҡ һәм башҡа мифлаштырылған әйберҙәр булып тора. Ҡаҙан аш-һыу әҙерләү өсөн генә түгел, ҡорбан килтереү йолаларын үткәреү, табын ашы үткәреү йолалары менән бәйле. Ҡаҙан — ҡунаҡсыллыҡ, етешлек, берҙәмлек, ғаилә усағы символы булып тора. Башҡорт мәҙәниәтендә шулай уҡ усаҡ, мейес менән бәйле йолалар, тыйыуҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр бихисап. Усаҡ, уның урыны, ялҡыны, төтөнө, көлө, күмере, торомбашы төрлө һүҙбәйләнештәрҙә, мәҡәлдәрҙә ҡулланыла. Ә усаҡтың ташы ҡурсалау һәм һаҡлау көсөнә эйә икән.
Ут, усаҡ менән бәйле тыйыуҙар, ырымдар яҡут, алтай, хаҡас һәм башҡа төркиҙәрҙә бар. Улар торлаҡ эсендәге усаҡты төрлө ҡара көстәрҙән һаҡлаусы, ҡурсалаусы тип ҡабул иткәндәр.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Халисова Л.Д., Шитова С.Н. Хәкимова М.В тәржемәһе. Сыуал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт мифология һүҙлеге. — Өфө, 2015. —412 б. ISBN 978-5-591608-125-1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Советский энциклопедический словарь/ Научно редакционный совет: А. М. Прохоров (пред). -М.: 1981. −1600 с. С илл. Очаг с прямым домоходом для приготовления пищи у народов Севера, Поволжья, Кавказа
- ↑ http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc2p/253010