Межгорье ҡалаһы флагы
Межгорье ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы символы.
Межгорье | |
Белорет районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
2998[2] |
Флагтың авторы |
Салауат Ғиләжетдинов |
Башҡортостан Республикаһының Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 19 июлендә 24-3-сө номер аҫтында раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 069 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 2998 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәОҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған зәңгәрһыу (күк) төҫтәге тура мөйөшлө яҫылыҡ, ул күк һәм һары төҫтәрҙәге Межгорье ҡалаһының гербын ҡабатлай[3].
Символиканы нигеҙләү
үҙгәртергәФлаг символдар һәм аллегориялар телендә социаль-иҡтисади һәм башҡа үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.
Ҡалаға нигеҙ һалған төҙөүселәр килгәнгә тиклем был ҡырағай, әммә гүзәл урмандарҙа айыу хужа булған, шуға күрә флагтың төп фигураһы булып дәүерҙәр бәйләнешен кәүҙәләндергән алтын төҫтәге айыу тора.
Айыу һаҡлыҡ, баһадирлыҡ һәм шуның менән бергә киң күңеллелек һәм һәм тыныслыҡҡа ынтылыуҙы кәүҙәләндерә.
Уң тәпәйендә айыу кәйлә тотҡан, һул тәпәйендә — шахтер фонары — шахтерҙарҙың төп ҡоралдары.
Ике яҡтан ҡалҡып торған символик алтын тауҙар ҡаланың исеменә ишаралай.
Зәңгәрһыу (күк) төҫ — матурлыҡ, бөйөклөк, мәңгелек, ә шулай уҡ үҫеш, алға ынтылыш, өмөт һәм хыял символдары.
Алтынһыу (һары) төҫ — абруй һәм байлыҡ символдары[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решение Совета муниципального образования Закрытое административно-территориальное образование — город Межгорье Республики Башкортостан от 19.07.2006 № 24-3
- ↑ Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 069
- ↑ 3,0 3,1 3,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Баймакский район, стр. 110—112