Мағаш (һырт)
Мағаш — Башҡортостандың Урал алдындағы һырт.
Мағаш | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 7 км |
Киңлеге | 5 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Яндыҡ тауы |
Абсолют бейеклеге | 409 м |
Урынлашыуы | |
52°31′30″ с. ш. 57°52′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Архангел районы буйлап Мағаш ауылынан алып Еҙем йылғаһына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 409 м. Көньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре текә, төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы триас ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡтарынан, конгломераттарынан тора. Һыртта Ҡыҫынды, Мағашйылға йылғалары (Еҙем йылғаһы ҡушылдыҡтары) башлана. Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.
Аҫҡы триас ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡтарынан, конгломераттарынан тора. Һыртта Ҡыҫынды, Мағашйылға йылғалары (Еҙем йылғаһы ҡушылдыҡтары) башлана.
Ландшафты — һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора.
Атамаһын ғалим-тюрколог Жәлил Кейекбаев, боронғо венгрҙар Уралдан күсеп киткән тигән гипотезаға таянып, венгр телендәге «мағаш» бөйөк, мөһәббәт тигән һүҙ менән бәйләй. Башҡа ғилимдар бының менән килешмәй, сөнки Башҡортостанда мағаш топонимы менән бәйле ауыл һәм һыу объекты ла бар. Мағаш һүҙе Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза менән бәйле булыуы мөмкин[1]
Сығанаҡ
үҙгәртергә- ↑ З.Г.Аминев. О некоторых, так называемых венгерских топонимах в башкирских землях // Ядкяр. 2008. №1. С.61-67.