Ҡара һоло
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыяҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡыяҡлылар
Ырыу: Һоло
Төр: Ҡара һоло
Латинса исеме
Avena fatua L.
ITIS 41458
NCBI 4499

Ҡара һолорус. овсю́, [1][2][1][2] (лат. Avena fatua) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ, иген культураларына зыян килтереүсе үлән.

Биологик яҙма үҙгәртергә

Һабаҡтары төҙ, төкһөҙ, шыма, бейеклеге 50—120 см. Япраҡтары ҡыяҡлы, яҫы, төкһөҙ йәки төбөндә керпек төксәләре менән, аҫҡы япраҡтарының еңсәһе ғәҙәттә төклө; телсәһе 4 мм тиклем оҙонлоҡта. Башаҡтары 2—3 сәскәле, башаҡ тәңкәләре бысаҡ формаһында, 20—25 мм оҙонлоҡта, аҫҡы сәскә тәңкәләре яҡынса 20 мм оҙонлоҡта, 30 мм оҙонлоҡтағы быуынлап бөгөлгән ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — тармаҡлы йәки ҡыҫҡа һепертке. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Мал аҙығы үҫемлеге.

Составы үҙгәртергә

Составында сапониндар, терпеноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ботаник һүрәтләү үҙгәртергә

Орлоҡтар (бер үҫемлектә йәшәү һәләтен тупраҡта 3—4 йылдан артыҡ һаҡлаған[3] һәм 20 см тиклем тәрәнлектә яҡшы шытым биргән 600‑гә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) менән үрсей[4]. Көҙ көнө ҡара һоло орлоҡтары тын хәлдә була, башлыса иртә яҙҙа, һуң сәселгән культураларҙы сәсерҙән алда, шытып сыға. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған.

Таралыуы һәм экология үҙгәртергә

Евразияла, Төньяҡ Африкала бөтә ерҙә лә үҫә, Төньяҡ Америкаға һәм Көньяҡ ярымшарға индерелгән.

Әһәмиәте һәм ҡулланыу үҙгәртергә

Ҡара һоло башлыса яҙғы бойҙай, арпа һәм һоло сәсеүлектәрен ҡыйлаусы юҡҡа сығарыуы ауыр булған иртә яҙғы ҡый үләне. Уға дым бойҙайға ҡарағанда 1½ тапҡырға күберәк талап ителә һәм тупраҡты киптерә[1][2].

Яҙҙан алып сәскә атҡанға тиклем уны эре мөгөҙлө мал, аттар, һарыҡтар һәм кәзәләр яратып ашайҙар. Сәскә атҡандан һуң аш һеңдереү һәм тын алыу системаларының лайлалы тиресәһе шешеүенә сәбәпсе булыуы мөмкин. Был осорҙа хайуандар үҫемлекте күпкә насарыраҡ ашай йәки бөтөнләй ашамай. Мал онталған орлоҡтарын ашай һәм концентраттарҙы алмаштыра ала[2][3].

Орлоғо икмәк суррогаты булып хеҙмәт итеүе мөмкин[1]. Япраҡтарында 96,7 мг аскорбик кислотаһы бар[2].

Көрәш саралары үҙгәртергә

Орлоҡтарҙы таҙартыу, сәсеү әйләнеше тәртибен һаҡлау, тупраҡты көҙөн кәҫен әйләндермәй йәки яҫы төрән менән эшкәртеү, яҙ көнө ер эшкәртеүҙәорлоҡтарҙың тиҙ һәм бер үк ваҡытта шытып сығыуына, унан һуң сыҡҡан шытымдарҙы юҡҡа сығарыуға (провокация ысулы) булышлыҡ иткән ысулдарҙы ҡулланыу. Ныҡ сүпле баҫыуҙарҙы һуң яҙғы иген культуралары сәсеүлектәре һәм пар баҫыуҙары итеп ҡулланалар, был осраҡта Ҡ.һ. тупраҡты эшкәртеүҙең ҡатламлы сәсеү алды эшкәртеүҙәре, гербицидтар һ. б. ярҙамында юҡҡа сығаралар.

Таксономия үҙгәртергә

Avena fatua L., 1753, Species plantarum 1: 80.

Синонимы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә