Тәңре-тау йәки Тянь-Шань (ҡыт. ғәҙәти 天山山脈, ябайл. 天山山脉, пиньин: Tiānshān shānmài, уйғ. تەڭرىتاغ, Тәңри тағ, ҡырғ. Ала-Тоо, Теңир-Тоо, ҡаҙ. Алатау, үзб. Tyan Shan, монг. Тэнгэр уул) — Урта Азияның биш иле — Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (Синьцзян-Уйғыр автоном районы), Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан территорияһында урынлашҡан тау системаһы .

Тянь-Шань
Тянь-Шань йыһандан
Тянь-Шань йыһандан
Характеристикалар
Оҙонлоғо2500 km
Киңлеге400 km
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеЕңеү тау сусағы 
Бейек нөктәһе7439[1] м
Урынлашыуы
42°02′ с. ш. 80°08′ в. д.HGЯO
Азия
Красная точка
Тянь-Шань
 Тянь-Шань Викимилектә

Атама тарихы үҙгәртергә

Тянь-Шань һүҙе ҡытайса (天山) «күк тауҙары» тигәнде аңлата. Э. М. Мурзаев фекеренсә, был һүҙҙәр төрки телдең Тәңре (Хоҙай) һәм Нишан (тамға), Тәңре-Нишан һүҙҙәренән күсермәнән килеп сыҡҡан.[2]

Географик һүрәтләү үҙгәртергә

 
М. Пресняков. Тянь-Шань, Ҡырғыҙстан (3 мең м. бейеклектән). Ҡағыҙ, акварель, 2015.

Тянь-шань тау системаһына түбәндәге орографик райондар инә:

  • Төньяҡ Тянь-Шань: Кетмень, Иле Алатау, Күнгәй-Ала-Тоо һәм Ҡырғыҙ һырттары;
  • Көнсығыш Тянь-Шань: Борохоро, Ирен-Хабырға, Богдо-Ула, Ҡарлыҡтаҡ Халыҡтау, Сармин-Ула, Куруктаҡ һырттары;
  • Көнбайыш Тянь-Шань: Ҡаратау, Таласс Алатау, Чаткальский, Пскем һәм Угам һырттары;
  • Көньяҡ-Көнбайыш Тянь-Шань: Фирғәнә үҙәнен һәм Фирғәнә һыртының көньяҡ-көнбайыш битен үҙ эсенә алған һырттар;
  • Эске Тянь-Шань: төньяҡтан Ҡырғыҙ һырты һәм Ысыҡ-Күл соҡоро, көньяҡтан Күкшалтау, көнбайыштан Фирғәнә һырты, көнсығыштан — Аҡшийраҡ тау массивы менән сикләнгән.

Тянь-Шань тауҙары донъяла иң юғарыларҙан һанала, улар араһында бейеклеге 6000 метрҙан ашыу утыҙҙан күп түбә иҫәпләнә. Тау системаһының иң юғары нөктәһе — Еңеү тау сусағы (Томор, 7439 м) Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙың Синьцзян-Уйғыр автоном районы сигендә урынлашҡан; бейеклеге буйынса киләһе нөктә — Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан сиге буйлап үткән Хан-Тәңре (6995 м) тау сусағы[3].

Үҙәк Тянь-Шандән көнбайышҡа өс тау сылбыры китә, көнбайышта Фирғәнә һырты менән тоташа.

Тянь-Шань оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа 2500 км тәшкил итә. Терегөмөш, һөрмә, ҡурғаш, кадмий, цинк, көмөш, соҡорҙарҙа нефть ятҡылыҡтары бар. Рельеф күбеһенсә бейек таулы, 3200 м юғарыраҡ — күп йыллыҡ туңлыҡ.

Тикшеренеүҙәр үҙгәртергә

Беренсе Европа тикшеренеүсеһе 1856 йылда Петр Петрович Семенов булды, был эше өсөн «Семенов-Тян-Шанский» титулын алған .

1840 йылдарҙа вулканды эҙләү маҡсатында тикшеренеүҙәрҙе архитектор һәм рәссам Томас Уитлам Аткинсон үткәрә, сәйәхәтен Лондонда 1858 йылда сыҡҡан китабында һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Горы Тянь-Шань
  2. Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия. — М.: Восточная литература. 1996. С. 161
  3. Было принято совместное заявление КНР, Казахстана и Кыргызстана что пик Хан-Тенгри рассматривается как принадлежащий вышеописанным государствам. До этого были споры о принадлежности пика той или иной стране. Однако, фактически пик находится в 12 километрах к западу от границы Синьцзян-Уйгурского автономного района Китая [1]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Чупахин В. М. Физическая география Тянь-Шаня: (Природно-географические особенности, основные вопросы ландшафтного картирования и комплексного физико-географического районирования) / Академия наук Казахской ССР, Отдел географии. — Алма-Ата: Издательство Академии наук Казахской ССР, 1964. — 374 с. — 1300 экз. (пер.)

Һылтанмалар үҙгәртергә