Стәрлетамаҡ-Арена

«Стәрлетамаҡ-Арена» — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2500 урынлыҡ ябыҡ боҙ катогы һәм 500 урынлы спортзалы булған күп профилле физкультура-сәләмәтләндереү комплексы. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш микрорайонында түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Коммунистик урамы, 101-се йорт. 2012 йылдың 28 декабрендә асылған[3].

Стәрлетамаҡ-Арена
Тулы исеме

Боҙ аренаһы булған «Стерлитамаҡ-Арена» физкультура-спорт комплексы

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Стәрлетамаҡ

Нигеҙләнгән

2008

Асылған

28 декабрь 2012

Төҙөлөш хаҡы

850 млн һум[1]

Һыйҙырылышлығы

Боҙ аренаһында - 2500 урын, универсаль майҙансыҡта - 500 урын[2]

Майҙан размеры

60х30 м

Япма

боҙ

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Стәрлетамаҡта боҙ аренаһын төҙөү кәрәклеге тураһында 2000-се йылдар башында уҡ һүҙ ҡуҙғатыла.

Беренсе төҙөү (2001) үҙгәртергә

Аренаны төҙөү өсөн урынды Хоҙайбирҙин урамында, Көнкүреш йорто районында Стәрле йылғаһы буйын һайлайҙар. 2001 йылда төҙөлөш башлана һәм шул уҡ йылда тамамланып ҡуя. Һуңыраҡ был урында сауҙа-күңел асыу үҙәген төҙөү планлаштырыла, әммә был проект тормошҡа әле лә ашмаған.

Икенсе төҙөү (2007—2012) үҙгәртергә

2007 йылда Башҡортостандың ул саҡтағы етәксеһе Мортаза Рәхимовтың Стәрлетамаҡ мэры Спартак Әхмәтов менән осрашыуы барышында, хоккейҙың ялҡынлы көйәрмәне Рәхимовтың талабы буйынса, ҡаланың көньяҡ-көнсығыш районында, 1-се һанлы клиник хәстәханаһы һәм "Шихан " һыра заводы араһында, Боҙ һарайы төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителә. Әхмәтов эшләгән саҡта төҙөлөш башланып өлгөрмәй, әммә тендер үткәрелә һәм документация әҙерләнә. Иҫәп буйынса, стадиондың төҙөлөүе 850 миллион һумға төшөргә тейеш була; төҙөлөш иғәнәселәре «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Спорт министрлығы үҙ өҫтөнә алды. Төҙөлөш 2008 йылда, Илгиз Шәрипов ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара башлағандан һуң, башланды. Һарайҙың асылыуы иң башта 2009 йылда һәм коррективтар индерелгән планға ярашлы 2010 йылда сафҡа индерелергә тейеш була. Әммә кризис арҡаһында төҙөлөш эштәре туҡтатыла, аҡса ҡалала ла, партияла ла, министрлыҡта ла булмай. 2009 йылда ҡала мэры итеп Вәхит Әбдрәхимов тәғәйенләнә, һәм арена төҙөлөшө яңынан аяҡҡа баҫтырыла. Тик ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына, сөнки Алексей Изотов ҡаланы етәкләй башлағандан һуң, 2010 йылда, төҙөлөш эштәре тағы ла туҡтатыла. Был ваҡытҡа проекттың инициаторы һәм спонсоры Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов отставкаға китә. Төҙөлөш эштәре һүлпәнәйә, әммә эшселәр үҙ эштәрен шулай ҙа дауам итәләр.

2011 йылдың башында «Берҙәм Россия» партияһы һәм Стәрлетамаҡ администрацияһы боҙ аренаһы булмауын һәм төҙөлөп ятҡан бина башҡа спорт төрҙәре өсөн ҡулайлаштырыласағын раҫланылар[4]. Был яңылыҡ ҡала халҡында ҡәнәғәтһеҙлек уятты. 2011 йылдың 20 апрель ҡала администрацияһы йорто алдында боҙ аренаһын яҡлап сығыусыларҙың митингы ойошторолдо, гәзиттәрҙә публикациялар һәм Интернетта фекер алышыуҙар булды[5]. 2011 йылдың майында республика президенты Хәмитов Стәрлетамаҡҡа сәфәре барышында аренаға инеп сыҡты һәм шунда уҡ Стәрлетамаҡ чиновниктары һәм граждандары менән йыйылыш үткәрҙе. Төҙөлөштө дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 2012 йылдың ҡышында Рөстәм Хәмитовтың сираттағы визитынан һуң аренаның тапшырылыу ваҡытының иң аҙаҡҡы срогы билдәләнде — 2012 йылдың 31 декабре, 12.00 сәғәт.

Тәғәйенләнеүе һәм ҡулланыуы үҙгәртергә

Аренала уйын спорт төрҙәре өсөн (гандбол, футбол, волейбол, баскетбол) кесе зал һәм 2 498 урынлыҡ боҙ катоклы ҙур зал планлаштырылған. Трибуналар — өс яҡтан, дүртенсе диуар табло һәм комментаторҙар кабиналары өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ ҙур зал волейбол матчтары һәм концерттар ваҡытында файҙалана ала. Арена сафҡа индерелгәндән һуң хоккей командаһын булдырыу планлаштырыла[6]. Объектты төҙөү хаҡы — 850 миллион һум, боҙҙо тотоу йылына 159 миллион һумға төшәсәк[1].

Аренала үткән мөһим ваҡиғалар үҙгәртергә

  • 3 март 2013 — Стәрлетамаҡ-арена боҙонда беренсе хоккей матчы (ХК «Авангард» — ХК «Полюс»)
  • 17 март 2013 — Илья Авербухтың яңы боҙ шоуы
  • 29 март 2013 — Fly Project румын төркөмө сығышы
  • 22 апрель 2013 — Волейбол буйынса Рәсәй Чемпионатының финал этабы (7-сө — 12-се урындар өсөн).
  • 24 апрель 2013 — PROFC 48: EAST / WEST ҡатнаш ҡара-ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара турниры
  • 25-27 август 2015 — Ҡатын-ҡыҙҙар араһында шайбалы хоккей буйынса «Ағиҙел» кубогы[7].
  • 29 март 2014 — Никулин циркы «Ҡар королеваһы» боҙ шоуы.
  • 27 сентябрь 2014 — Леонид Агутин, Анжелика Варум, шулай уҡ «Эсперанто» һәм Лебеди Funk бейеү проекты сығышы
  • 25 октябрь 2014 — «Руки Вверх» төркөмө юбилей шоуы
  • 3 ғинуар 2015 — «Калейдоскоп» Мәскәү боҙҙа балеты
  • 27 февраль 2015 — Smokie төркөмө концерты
  • 3 октябрь 2015 — ЧАЙФ төркөмө концерты
  • 27 апрель 2016 — Валерий Леонтьев концерты
  • 20 ноябрь 2016 — СПЛИН легендар төркөмө альбомының презентацияһы
  • 8 декабрь 2016 — «Руки вверх» төркөмө юбилей концерты
  • 19 март 2017 — «Салауат Юлаев» хоккей клубы «Орлан» менән дуҫтарса осрашыу үткәрә[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә