Серб Республикаһы Гербы

герб

Серб Республикаһы эмблемаһы — 2008 йылдың 15 июлендә ҡабул ителә. Герб дәүләт флагының төҫтәренән торған түңәрәк өҫтөнә һалынған үрелгән алтын Р һәм С хәрефтәрен кәүҙәләндерә. Түңәрәкте аҫҡы өлөшөндә флаг төҫөндәге үрелгән таҫмалары булған алтын имән япраҡтары урата һәм король тажы менән ослана. Әйләнә тирәләй ике телдә Серб Республикаһы тип яҙылған. Аҫта Босния урта быуат Котроманичтар династияһының король тажы һүрәтләнә.

Серб Республикаһы Гербы

Детали
Носитель

Серб Республикаһы

Раҫланған

2008 йылдың 15 июле

Иҫке герб үҙгәртергә

 
Серб Республикаһының иҫке Гербы

Серб Республикаһының иҫке гербы ике башлы көмөш бөркөткә алтын король тажы кейҙерелгән ҡыҙыл ҡалҡанды кәүҙәләндерә. Бөркөттөң суҡышы, теле һәм аяҡтары — алтын төҫтә, уның күкрәгендә серб тәреһе урынлаштырылған.

Гербты ҡабул итеү үҙгәртергә

 
Серб Республикаһының конституцион тип танылмаған ҙур гербы

Босния һәм Герцеговинаның Конституцион суды Серб Республикаһының иҫке гербын конституцион тип танымай[1], Серб Республикаһы[2] хөкүмәтенең 2007 йылдың 16 июненән герб урынына Серб Республикаһы Эмблемаһын ҡулланыуы, һәм ул 2008 йылда яңы герб менән алмаштырылыуы тураһында закон сығара.

Серб Республикаһының Народная скупщинаһы 2008 йылдың 15 июлендә урта быуаттарҙа хаким булған Неманичтар династияһы гербына нигеҙләнгән Серб Республикаһының яңы гербы тураһында ҡарар ҡабул итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә