Мемуар — (французса memoires — иҫтәлек, хәтирә) — автор үҙ исеменән үҙе күргән хәл-ваҡиғалар, кешеләр тураһында һөйләгән иҫтәлектәр яҙмаһы. Мемуарҙы, әҙәби жанр булараҡ, икенсе төрлө хәтирә тип тә йөрөтәләр. Мемуар факттарҙы тулы килеш һәм дөрөҫ сағылдырыуы менән көндәлек жанрына тартым. Рус әҙәбиәтенән мемуар жанрына миҫал итеп А. Герцендың «Үткәндәр һәм уйҙар», В. Короленконың «Минең замандаштың тарихы», Илья Эренбургтың «Кешеләр. Йылдар. Тормош» кеүек әҫәрҙәрен килтерергә мөмкин. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрының иң сағыуы һәм күренеклеһе — Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләр» китабы. Шулай уҡ Сәйфи Ҡудаштың «Хәтерҙә ҡалған минуттар», Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре» әҫәрҙәре мемуар жанрына ҡарай.

Мемуар
Рәсем
Является изданием или переводом Q120926536?
Өлөшләтә тура килә автобиография
 Мемуар Викимилектә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965, 97-се, 209-210-сы биттәр.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006, 101-102-се,199-сы биттәр