Мезозой, йәки мезозой эраһы, MZ (бор. грек. μέσος «уртаса» + ζωή «тормош») — геологик дәүер, уны дауамлығы 251,902 ± 0,024 млн йыл әүәлдән 66,0 млн йыл әүәлгә тиклем (барлығы 186 миллион йыл тирәһе). Был геологик дәүерҙе тәүге тапҡыр британ геологы Джон Филлипс 1841 йылда билдәләгән.

Мезозой
Кем ҡушҡан Джон Филлипс[d]
Урын Ер
Алдағы палеозой[d][1]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Кайнозой[1]
Башланыу датаһы некорректная дата (недостижимая точность)[1]
Тамамланыу датаһы некорректная дата (недостижимая точность)[1]
Hex-код цвета 07CAEA
Схематичная иллюстрация
 Мезозой Викимилектә

Геологик дәүер үҙгәртергә

Мезозой палеозойҙан һуң һәм кайнозой алдынан килгән. Был өс дәүер бергә фанерозой эонын тәшкил итә. Геохронологик шкалаға ярашлы мезозой өс осорға бүленә (башынан — аҙағынаса, млн йыл элек):

  • триас осоро (251,902 ± 0,024 — 201,3 ± 0,2);
  • юра осоро (201,3 ± 0,2 — 145,0);
  • аҡбур осоро (145,0 — 66,0).
 
Мезозой осоро экспонаттары - Бурке музейы

Мезозой осоронда хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы даими үҙгәреш кисерә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция кисерә, тәүге имеҙеүселәр барлыҡҡа килә, үҫемлектәр араһында — яланғас орлоҡлолар, ә аҡбур осоронда — ябыҡ орлоҡлолар өҫтөнлөк итә. Мезозой ахырында динозаврҙар, умыртҡаһыҙҙарҙың күбеһе, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр йәшәүҙән туҡтай.

Климаты үҙгәртергә

Һуңғы 1,1 млрд йыл дауамында Ер тарихында Вильсон циклдары тип аталған «боҙлоҡ осоро — йылыныу» циклының бер-береһен алыштырған өс циклы күҙәтелә.

 
Ерҙең климат тарихында Вильсон циклы

Башҡортостанда үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһында мезозой ултырмалары өлөшләтә Урал алды бөгөлөндә һәм Магнитогорск мегасинклинорийында һаҡланған.

Мезозой ултырмалары континенталь, диңгеҙ яры буйы, диңгеҙ ултырма тоҡомдарынан һәм ашалған ер ҡыртышы продукттарынан тора:

  • континенталь ултырмалар — триас, аҫҡы—урта юра, аҫҡы аҡбур;
  • диңгеҙ яры буйы ултырмалары — өҫкө аҡбур;
  • диңгеҙ ултырмалары — өҫкө юра, аҫҡы аҡбур.

Дөйөм ҡалынлығы 1 км тиклем.

Ашалған ер ҡыртышы ҡатлауҙарында — окисланған мәғдәндәр — алтын, марганец, тимер, силикат никель‑кобальт һәм минераль пигменттар, ултырма бассейндарҙа фосфориттар һәм яҙыу аҡбуры формалаша[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 K.M. Cohen, S.C. Finney, P.L. Gibbard, J.-X. Fan International Chronostratigraphic Chart 2013/01Международная комиссия по стратиграфии, 2013.
  2. Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л.N40(41). Уфа: объясн. записка. СПб., 2002.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Иорданский Н. Н. Развитие жизни на земле. — М.: Просвещение, 1981.
  • Короновский Н. В., Хаин В. Е., Ясаманов Н. А. Историческая геология : Учебник. — М.: Академия, 2006.
  • Поленов Б. К. Мезозойская эра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ушаков С. А., Ясаманов Н. А. Дрейф материков и климаты Земли. — М.: Мысль, 1984.
  • Ясаманов Н. А. Древние климаты Земли. — Л.: Гидрометеоиздат, 1985.
  • Ясаманов Н. А. Популярная палеогеография. — М.: Мысль, 1985.
  • Короновский Н. В., Якушова А. Ф. Основы геологии.

Һылтанмалар үҙгәртергә