Дастан

Әҙәби һәм фольклор ижады жанры


Дастан (фарс. داستان дастан — «хикәйә»[1][2]) — Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш Азия фольклорында һәм әҙәбиәтендә эпик әҫәр. Ғәҙәттә дастандар героик мифтарҙың, легендалар һәм әкиәттәрҙең фольклор йә әҙәби эшкәртмәһе булып тора.  

Дастан фантастик һәм авантюралы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, уның сюжеты ярайһы уҡ ҡатмарлы була, ваҡиғалар — шаштырыбыраҡ, геройҙар идеаллаштырыбыраҡ бирелә.  

Көнбайыш әҙәбиәт ғилемендә  "дастан" термины ғәҙәттә ҡулланылмай.

Әҙәби дастан үҙгәртергә

Әҙәби дастандарҙы европа әҙәбиәтендәге героик поэма жанры менән сағыштырырға була. Улар шиғыр формаһында  яҙыла.  Шиғри дастан 11 ижекле һәм 7-8 ижекле юлдарҙан төҙөлә.

Әҙәби поэтик  дастан тажик-фарсы һәм төрки телле әҙәбиәттәрҙә (әзербайжан, үзбәк, ҡаҙаҡ шағирҙары) йыш осрай — мәҫәлән, фарсы әҙәбиәте классигы Низами Гәнжәүиҙең «Ләйлә менән Мәжнүн», «Хосроу менән Ширин», «Искәндәрнамә» әҫәрҙәре, Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә»һендәге бүлектәр,  Әмир Хосроу Дәхләүи, Жәми поэмалары, Хәрәзмиҙең «Мөхәббәтнамә»,  Ҡотбаның «Хусрау менән Ширин», Сараиҙың «Гөлистан бит-төрки», Баһауиҙың «Буҙйегет» әҫәрҙәре.

Әҙәби дастан жанры хәҙерге заман поэзияһында ла осрай. Мәҫәлән, башҡорт шағиры Мәхмүт Һибәт башҡорт эпосы нигеҙендә «Алпамыша» дастанын яҙған (1993).

Дастан авторҙарының исемлеге үҙгәртергә

Фольклор дастаны үҙгәртергә

Ауыҙ-тел ижады дастанын башҡарыусыны төрлө халыҡ төрлөсә атай: дастанчи, ашуғ, бахши. Дастан шиғыр, проза йә шиғыр ҡатнаш проза менән һөйләнелә. Башҡарған саҡта декламация ғәҙәттә музыкаль киҫәктәр менән сиратлаша. Шиғри дастан 11 ижекле һәм 7-8 ижекле юлдарҙан төҙөлә.  

Фольклор дастандары героик эпос жанрына оҡшаш. Фольклор дастандары  Тажикстанда, Төркиәлә, Үзбәкстанда күпләп йыйыла, шул иҫәптән совет фольклорсылары тарафынан да яҙып алына.  Улар араһында мәҫәлән, Алишер Навои поэмаларының халыҡ ижады варианттары бар. Фольклор дастандарының айырым бер ҡатламы — Урта Азия халыҡтарының  граждандар һуғышы, Ленин, 1920 йылда  Бохарала  хандың ҡолатылыуы, баҫмасылар менән көрәш, 1927 йылдағы ер-һыу реформаһы тураһындағы әҫәрҙәре. 

Һылтанмалар һәм библиография үҙгәртергә

Селтәрҙә дастандар тураһында  үҙгәртергә

Селтәрҙә дастан текстары үҙгәртергә

Дастан баҫмалары үҙгәртергә

  • Амир Хосров Дехлеви. Восемь райских садов. М., 2002.
  • Эмрах и Сельви, Необыкновенные приключения Караоглана и другие турецкие народные повести. М., 1979.
  • Физули. Лейли и Меджнун. М., 1958
  • Шасенем и Гариб, Касым оглан и другие туркменские народные повести. М., 1991.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Steingass, Francis Joseph.
  2. Russell, R., 1993.