Акционерҙар йәмғиәте: өлгөләр араһындағы айырма

ойоштороу-хоҡуҡ формаһы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Акционерное общество" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

20:56, 17 сентябрь 2020 өлгөһө

Акционерҙар йәмғиәте — хужалыҡ йәмғиәте (корпорация), устав капиталы акцияларҙың билдле бер һанына бүленә.

Акционерҙар йәмғиәтендә ҡатнашыусылар уның йөкләмәле буйынса яуап тотмай һәм йәмғиәт эшендәге зыянды ҡулдарындағы акциялар хаҡына ярашлы түләй (сикләнгән яуаплылыҡ).

Акциялар башҡа кешеләргә еңел генә тапшырыла, айырыуса капиталды бизнестың бер өлкәһенән икенсеһенә күсереүҙе ябайлаштырған фонд баҙары ярҙамында уларҙы башҡаларға һатыу еңел. Хужалыҡ йәмғиәтендә ҡатнашыуҙы ошолай еңел рәсмиләштереү һәм башҡаларға тапшырыу һәм башҡа хужалыҡ йәмғиәттәрендә мөмкин түгел.

Тарихы

 
Stora акцияһы, 1288 йыл

Акцияонерҙар ймғиәттәре теге йәки был формала күп быуаттар буйы йәшәп килә. Яҡынса 1250 йылда Тулузала (Франция), Базакль он тартыусылар йәмғиәтенең (Société des Moulins Bazacle du) 96 акцияһы һатыла, хаҡы йәмғиәт тотҡан тирмәндәрҙең килемлелегенә бәйле була. Моғайын, был бөтә донъя тарихында, һис юғында Европа тарихында, ошоноң кеүек тәүге билдәле компания булғандыр[1]. Швед компанияһы Стора (Stora) 1288 йылда компания мөлкәтенең 1/8 өлөшөнөң акцияларын (анығыраҡ әйткәндә, тауҙағы баҡыр рудниктары булған ер участкаһын) тапшырыуҙы рәсмиләштерә.

Англиялағы иң тәүге акционерҙар компанияһы тип Авантюрист сауҙагәрҙәр компанияһы тип танылған. 1553 йылда 250 акционеры менән ул рәсми таныла, ә 1555 йылда Мәскәү компанияһы ойошторола, ул Мәскәү менән Лондон араһындағы сауҙа монополияһына эйә була. Күпкә билдәле, абруйлы һәм бай инглиз (һуңыраҡ британ) Ост-Һинд компанияһы Елизавета I-нән королева хартияһы ала, королева хартияһы уға Һиндостанда сауҙа итеүгә ун биш йыллыҡ монополия бирә[2]. Предприятие коммерция предприятиеһынан Һиндостанға идара иткән һәм уның ресурстарын талаған предприятиеға әүерелә, сөнки ул тарҡалғанға тиклем ярҙамсыл хөкүмәт һәм хәрби функцияларҙан файҙалана.

1602 йылда Голландия Ост-һинд компанияһы үҙ акцияларын тәүге тапҡыр Амстердам фонд биржаһына әйләнешкә сығара, компания уны үҙе үк ойошторған була. Акциялар әйләнешенә яңыса ҡараш акционерҙар йәмғиәтенең инвесторҙарҙан капитал йәлеп итеү мөмкинлектәрен киңәйтә, сөнки улар артабан акцияларына еңел идара итә башлай. 1612 йылда Голландия ост-һинд компанияһы континент-ара сауҙала «сикләнгән» капиталлы һәм сикләнгән яуаплылыҡлы беренсе «корпорация» була.

XVIII быуаттың икенсе ун йыллығында тәүләп акционерҙар ажиотажы барлыҡҡа килә, әйткәндәй, бер үк ваҡытта Францияла ла һәм Бөйөк Британияла ла — Көньяҡ Океания компанияһын ойоштороу арҡаһында уның операциялары спекуляцияларҙы ҡыҙҙыра.

Францияла XVIII быуатта привилегиялы компаниялар менән бер рәттән шәхси йәмғиәттәр ҙә ойошторола, уларҙа ағзаларҙың яуаплылығын айырым статьялар менән сикләргә тырышалар. 1793 йылғы закон акционерҙар компанияларына хөкүмәт мөдирлеген талап итә, был талап бер аҙ ваҡытҡа ғәмәлдән сығарылып тора ла Code de commerce тарафынан яңынан тергеҙелә һәм 1867 йылға тиклем һаҡлана.

Германияла XVIII быуатҡа акционерҙар йәмғиәтенә оҡшаш йәмғиәттәр булғанлығы күҙәтелмәй, әммә оҡшаш йәмғиәттәр була, мәҫәлән, Майсендағы «Gesellschaft des Zeynnhandels» һәм 1592 йылда император раҫлаған «Иглаус буҫтау йәмғиәте» (1620 йылда ябыла). 1714 йылда Венала ойошторолған «Көнсығыш компания», моғайын, иң боронғо герман акционерҙар йәмғиәте булғандыр. Пруссияла Бөйөк Фридрих осоронда бер нисә өҫтөнлөклө йәмғиәт, шул иҫәптән «Сауҙа диңгеҙселек йәмғиәте» асыла, уның акцияларының күп өлөшөн король үҙенә ала.

Рәсәй империяһының ҡануниәте 1836 йылда акционерҙар компаниялары тураһында беренсе аныҡ положениеларҙы бирә. .

Акционерҙар йәмғиәтенең төп төрҙәре::

Иҫкәрмәләр

Хәҙерге Рәсәй акционерҙар йәмғиәттәренең төп һыҙаттары:

Устав капиталының минималь күләме:

Хәҙерге Рәсәйҙә

Хәҙерге Рәсәйҙә акционерҙар йәмғиәте — эре һәм урта бизнес ойошмалары өсөн киң таралған ойоштороу-хоҡуҡи форма[3].

  • асыҡ акционерҙар йәмғиәте;
  • асыҡ булмаған акционерҙар йәмғиәте.

2014 йылдың 1 сентябренә тиклем РФ Граждан кодексында асыҡ һәм ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенән торған классификация ҡулланыла ине[4].

  • капиталдың акцияларға бүленеүе;
  • сикләнгән яуаплылыҡ..
  • Асыҡ йәмғиәт өсөн — 100 000 һум;
  • Асыҡ булмаған йәмғиәт өсөн — 10 000 һум.


Һылтанмалар

  1. "History of Paris stock exchanges"
  2. Irwin, Douglas A. Mercantilism as Strategic Trade Policy: The Anglo-Dutch Rivalry for the East India Trade (инг.) // The Journal of Political Economy (инг.)баш. : journal. — The University of Chicago Press, 1991. — Т. 99. — С. 1296—1314. — DOI:10.1086/261801 at 1299.
  3. Статистика. www.spark-interfax.ru. Дата обращения: 10 июнь 2019.
  4. Матвеева Т. Публичные и непубличные акционерные общества: что изменилось // ИА REX, 11 декабря 2014.