Мәскәү Кремле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Московский Кремль" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

04:28, 7 сентябрь 2020 өлгөһө

Мәскәү Кремле[1]Мәскәүҙең үҙәгендәге ҡәлғә һәм уның боронғо өлөшө, ҡаланың төп ижтимағи-сәйәси һәм тарихи-художество комплексы, Рәсәй Федерацияһы Президентының рәсми резиденцияһы, КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретарының рәсми резиденцияһы булған

XVII быуатта Кремль схемаһы,Сергей Бартенев, 1910 йыл.

Мәскәү йылғаһының бейек һул ярында— Боровицкий ҡалҡыулығында, Неглинный йылғаһы менән ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Планда Кремль — майҙаны 27,5 гектар булған дөрөҫ булмаған өсмөйөш. Көньяҡ стенаһы Мәскәү йылғаһына ҡарай, төньяҡ-көнбайышы — Александровск баҡсаһына, көнсығышы — Ҡыҙыл майҙанға.

Тарихы

Фин-уғыр биләмәләре

Мәскәү Кремле территорияһындағы беренсе биләмәләр бронза быуатына ҡарай (б. э. тиклем II мең йыллыҡ). Хәҙерге Архангел соборында иртә тимер быуатҡа ҡараған (б. э. тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһы) фин-уғыр биләмәләре табыла. Был ваҡытта Дьяков тибындағы биләмә Боровицкий убаһы (хәҙерге Йәмиғ майҙаны) туғайы террасаһының өҫкө өлөшөн алып тора, һәм, унда нығытма булыуы ла ихтимал. Төньяҡ-көнсығыштан биләмәне ике ҙур йырҙарҙа һаҡлай: береһе, хәҙерге Троицк ҡапҡаһынан төньяҡта, Неглинный йылғаһына сыға, икенсеһе Петровский һәм хәҙерге Кремлдең Икенсе Исемһеҙ башняһы араһында ята[2].

Вятичтар ҡасабаһы

 
А. М. Васнецов. «Мәскәү Кремле Иван Калита ваҡытында». 1921. Ҡатырғала ҡағыҙ, акварель, күмер, ҡәләм. 51 × 69. Мәскәү музейы, Мәскәү.

Х быуат башында Ока һәм Мәскәү йылғаһы бассейндарын колонизациялау башланғас, Боровицкий убаһы вятичтар биләй башлай (бәлки, элекке ҡаласыҡтарын үҙләштерегәндәрҙер). Фараз буйынса, вятичтарҙың убалағы биләмәһе ике нығытма үҙәктән тора — беренсеһе, майҙаны буйынса ҙуры, хәҙерге Йәмиғ майҙаны урынында урынлаша, икенсеһе морондоң осонда була. Ике үҙәк тә йырындан, валдан һәм текә ҡойманан торған нығытманы һаҡлаған тип күҙаллана. Вятичтар нығытма ҡоралланыуына үҙ-ара тоташҡан йырындарҙы ла индерә; улар тәрәнлеге 9 һәм киңлеге яҡынса 3,8 метрға еткән соҡорға әйләндерелә. Биләмәнең морон өлөшөндә ниндәйҙер сәйәси-административ үҙәк тә була: археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында бында Киевтың XI быуаттағы мисәте табыла. Ике өлөш тә, күрәһең, үҙенең мәҙәни үҙәгенә эйә була — үрге яҡтыҡы Йәмиғ майҙанында , түбәнгенеке — «Бор аҫтында». Был урында Мәскәүҙең иң боронғо Иоан Предтеча раштыуаһы сиркәүе була. «Маковица», «Тауҙар» һәм «Бор» топонимдары кенәзлектәргә тиклем булған ваҡытҡа ҡарай. Был ике үҙәкте посад уратып тора. Биләмәнең үҫеше һәм уңышы эргәләге сауҙа юлына ла бәйле бул: Мәскәү йылғаһы буйлап Көнбайыш һәм Көнсығыш араһында сауҙа йәнле бара. Һыу юлынан тыш, эргәнән ике ҡоро юл үтә — береһе Новгородҡа (һуңыраҡ Волоцкий), икенсеһе Киевтан Смоленск аша төньяҡ-көнсығышҡа; ике юл да Мәскәү йылғаһы кисеүендә Боровицкий убаһы итәгендә (хәҙерге Ҙур Таш күпер районы) тоташа[3].

  1. кремль. orfo.ruslang.ru. — «кремль, кремля́ (крепость в старых русских городах) и Кремль, Кремля́ (район города, архит. комплекс; правительственная резиденция в Москве); Моско́вский Кре́мль; но: Новгоро́дский кре́мль, Пско́вский кре́мль, Ряза́нский кре́мль и т. п.» Дата обращения: 15 февраль 2018.
  2. Памятники архитектуры, 1983, с. 261
  3. Памятники архитектуры, 1983, с. 23—24, 259—261