Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Мухаметшин, Урал Гумерович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:48, 26 ноябрь 2018 өлгөһө

Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (27 февраль 1953, Өфө1 ғинуар 2017, Өфө) — Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).

Биографияһы

Урал ағаһы менән һәр йәйҙе Ҡандра ҡасабаһында өләсәһе янында үткәрә. Һуңыраҡ ошонда уҡ «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» һәм «Атай портреты» картиналарын ижад итә.

1980 йылда Өфө сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай.

Үҙенең вафатына тиклем Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Рәссамдың картиналары Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

2017 йылдың 1 ғинуарында вафат була.

Картиналары

«Крәҫтиәндәр һуғышы. Салауат һәм Пугачев», «Мифтахетдин Аҡмулла портреты», «Иҫке Ҡандрала әбейҙәр сыуағы» (2008), «Әсә портреты» (2010), «Крәҫтиәндәр һуғышы» (2008), «Яңы ай», «Ҡасим Девлеткильдеев портреты», «Атай портреты», «Ат — фронтҡа» — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышлап һәм башҡалар.

Күргәҙмәләр

Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы — 1975 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).

Һылтанмалар