Артур Мейчен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
 
[[1899]] йылда Эми вафат була. Мейчен төшөнкөлөккә бирелә, маҡсатһыҙ урам ҡыҙырып йөрөй. Шул осорҙа дуҫы Артур Эдвард Уэйт ярҙамы менән ул Алтын Шәфәҡ Ордены исемле серле ойошмаға ҡушыла. [[1903]] йылда Орден тарҡалғас, Мейчен күпмелер ваҡыттан был рәүешле ойошмаларҙан бөтөнләй ситләшә. Шул уҡ ваҡытта Мейчен сценарист булып эшләй, хатта сэр Фрэнк Бэнсондың гастролдә йөрөүсе труппаһы менән сәхнәгә лә сыға. Гастролдәр ваҡытында ул Дороти Пьюрфой Хэдлстон (1878—1947) менән таныша, ул яҙыусының икенсе ҡатыны була.
 
1907 йылда 1895—1897 йылдарҙа уҡ яҙылған «Хыялдар убаһы» (''[[Инглиз теле|ингл.]]'' ''The Hill of Dreams'') романы баҫылып сыға. Был ярым автобиографик әҫәрҙә төп герой Люциан Тейлорҙың хыялдары аша эскапизм (шәхестең ысынбарлыҡтан хыялдар донъяһына китеү теләге) темаһы асыла.
 
[[1910]] йылда Мейченды медиа-магнат Альфред Хармсворттың «''Evening News»'' гәзитенә даими эшкә алалар, яҙыусы унда [[1921]] йылға тиклем эшләй. Был эш уға яйлап арта барған ғаиләһен ҡарау өсөн тотороҡло урын һәм эш хаҡы бирә. [[1912]] йылда Мейчендарҙың улы Хилари (1912—1987), [[1917]] йылда ҡыҙҙары Джанет (1917—2008) тыуа. Икенсе яҡтан, көсөргәнешле гәзит эше яҙыусыға ижади эшенә ваҡытты аҙ ҡалдыра.
 
== Һылтанмалар ==