Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
XVII быуат аҙағында Европала Англия парламентлы монархия — юғары власть парламент ҡулында булғандағы дәүләт ҡоролошо — урынлашҡан беренсе ил булған. Ләкин бының өсөн илгә ике революция кисерергә тура килгән. Тәүгеһе граждандар һуғышы рәүешендә үтһә, икенсеһе ҡан ҡойошһоҙ булған.
 
 
 
 
== Англия революция алдынан ==
[[Файл:James I of England by Daniel Mytens.jpg|thumb|left|Яков I Английский]]
XVI быуат Англия өсөн бик уңышлы тамамланған: сәнәғәт үҫешкән, диңгеҙ сауҙаһы сәскә атҡан. «Еңелмәҫ армада»ны тар-мар иткәндән һуң, ил көслө диңгеҙ державаһына, «диңгеҙҙәр батшаһы»на әйләнгән. Америкала беренсе колония — Виргиния — булдырылған, Ост-һинд компанияһы төҙөлгән, Лондонда биржа асылған. Сәнғәт һәм фән әлкәләрендә лә ҙур уңышлыҡтарға өлгәшелгән. Бэкон, Шекспир — был бөтә донъяға билдәле исемдәр.Ер биләүсе дворяндарҙың (уларҙы джентри тип йөрөтәләр) һәм сауҙагәрҙәрҙең күбеһе лордтар менән ярышырлык бай булған. Илдә кальвинизмға эйәреүселәр, пуритандар, күбәйгән. Улар англикан сиркәүен тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙарҙан арындырырға кәрәк, тип белдергән, епископтарҙы Аллаға түгел, ә королгә хеҙмәт итеүҙә ғәйепләп, был вазифаны бөтөрөүҙе талап иткән.
 
Пуритандар араһында яңы дворяндар, бай сауҙагәрҙәр, оҫталар, мануфактура хужалары, хәлле крәҫтиәндәрҙән күп вәкилдәр булған. Был кешеләр аҡса ҡәҙерен белгән. Сиркәү йыйымдары ябай халыҡты ла йонсотҡан. Халыҡ: «Беҙгә осһоҙораҡ сиркәү кәрәк», — тип ризаһыҙлыҡ белдергән. Пуритандар Алла закондарын ныҡ ихтирам иткән һәм ихтыярын аңларға тырышып, Изге Китапты бик ентекле өйрәнгән-