Вилданов Әхәт Ханнан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Вилданов Әхәт Ханнан улы''' (1944 йылдың 1 авгусы, БАССР-ҙың Маҡар районы Кәб…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

05:55, 27 декабрь 2014 өлгөһө

Вилданов Әхәт Ханнан улы (1944 йылдың 1 авгусы, БАССР-ҙың Маҡар районы Кәбәс ҡасабаһы, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Кәбәс ауылы) - әҙәбиәт белгесе, башҡорт яҙыусыһы, филология фәндәре кандидаты.


Тормошо


Ғилми эшмәкәрлеге

Вилданов Әхәт Ханнан улының фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына арналған. Мифтахетдин Аҡмулла, Ибраһим Абдуллин, Әнүр Вахитов, Рәшит Солтангәрәев һ.б. ижады тураһында тәнҡит мәҡәләләре авторы. 6 томлы "Башҡорт әҙәбиәте тарихы" (1990-1996) баҫмаһы авторҙарының береһе, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.


Маҡтаулы исемдәре

  • Филология фәндәре кандидаты (1978);
  • Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007);
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006);
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1990).


Хеҙмәттәре

  • Аҡмулла -яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.
  • Башкирские просветители-демократы XIX века. М., 1981(авторҙаш) .


Сығанаҡтар

  • Шаһиев Ф. Аҡмулланың хаҡ юлынан - "Башҡортостан" гәзите, 2014 й., 13 сентябрь.