Ҙур ҡарабаш сарлаҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл:
Бөтә Ер шарында таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 57—60 см, ауырлығы — 2 кг тиклем, ҡанатының ҡоласы — 170 см тиклем. Башы бәрхәт-ҡара төҫтә, күҙе тирәләй ҙур булмаған аҡ таптары бар, күҙ ҡабағының ситтәре сағыу ҡыҙыл. Суҡышы һары, осона табан ҡыҙыл төҫтә, ҡара таҫмалы. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанат остары ҡара. Муйыны, ҡойроҡ өҫтө, ҡойроғо һәм ҡорһағы аҡ. Аяғы һары йәки йәшкелт һары. Йәш ҡоштарҙың башы асыҡ төҫтә, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрәнһыу һоро (ҡауырһын остары асыҡ төҫтә), аҫты — аҡ. Моногам.
==Үрсеүе==
Колониялар менән оя ҡора. Ояһы — [[ылымыҡтар]] м‑нменән үлән түшәлгән бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 3 һорғолт шәмәхә һәм ҡарағусҡыл таплы һарғылт йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош.
 
==Туҡланыуы==