Ғафаров Фәйзи Ғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор, шайморатовсы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"'''Ғафаров Фәйзи Ғәли улы'''(15 май, 1906 йыл, Уральск - 8 (23) февраль, 1943 йыл)- [..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

17:33, 10 июнь 2021 өлгөһө

Ғафаров Фәйзи Ғәли улы(15 май, 1906 йыл, Уральск - 8 (23) февраль, 1943 йыл)- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 294-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары[1].

Биографияһы

1906 йылда Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Уральск ҡалаһында ( ҡайһы бер документтарҙа Зеленовский районы Кушкуй ауылында) тыуған. 1920 йылда Уральск губернаһында Войкин партизан отрядында аҡтарға ҡаршы көрәшә. Армияға тиклем типографияла наборщик булып эшләгән. Ҡыҙыл Армияға 1924 йылдың 1 октябрендә алына. 1927 йылдың 1 сентябрендә Ҡазандағы татар-башҡорт хәрби училищеһын икенсе разряд буйынса тамамлай. 1930 йылдан төрлө хәрби частарҙа хеҙмәт итә. 1939 йылдың 30 ноябрендә Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Ҡаратүбә РВК военкомы итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 31 авгусынан капитан Ғафаров 79-се кавалерия дивизияһының 233-се кавалерия полкында штаб начальнигы, һуңыраҡ полк командиры урынбаҫары.

1942 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары. 1942 йылдың 9 сентябрендә уға майор званиеһы бирелә. 1943 йылдың 8 февралендә (ҡайһы бер документтарҙа 23 февралдә) дошман тылына рейд ваҡытында һәләк булған. Һәләк булған урыны: Украина ССР-ы, Ворошиловград (хәҙерге Луганск) өлкәһе, Успенский районы, Успенский станцияһы[2].

1943 йылдың 8 (23) февралендә Луганск өлкәһендә һәләк булған.

Ҡатыны Ғафарова Марфа (Мәрфуға) Фәиз ҡыҙы, Ҡазан ҡалаһында йәшәгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡазан юғары танк команда училищеһы

Иҫкәрмәләр


Һылтанмалар

Генерал Шаймуратов.стр.5