Блага Николова Димитрова: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Димитрова, Блага Николова" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

14:28, 5 апрель 2021 өлгөһө

Блага Николова Димитрова (болг. Блага Николова Димитрова; 2 ғинуар 1922(19220102), Бяла-Слатина2 май 2003, София) — болгар яҙыусыһы, шағирә, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе. Сәйәсмән. Дәүләт эшмәкәре, Болгарияның вице-президенты (22 ғинуар 1992 — 6 июль 1993).

Лауреат премияға Димитровский.

Биографияһы

Блага Николова Димитрова 1922 йылдың 2 ғинуарында Болгарияның Бяла-Слатина ҡалаһында тыуған. София классик гимназияһында уҡыған (1941), 1945 йылда София университетында , һуңыраҡ Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый, унда «Маяковский и болгарская поэзия» (1951) темаһына диссертация яҡлай.

Күп йылдар төрлө гәзит, журнал һәм нәшриәттәрҙә мөхәррир булып эшләй. Ирекле шиғри йәмғиәт кафедраһында эшләй. Тәржемә менән шөғөлләнә.

Ижады

1938 йылда мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө гәзит һәм журналдарҙа баҫылып сыға. Шиғырҙар, проза әҫәрҙәре, юл яҙмалары, Вьетнам тураһында документаль китаптар, биографик һәм тәнҡит тикшеренеүҙәр авторы.

1987—1989 йылдар Б.Димитрова менән диссиденты арҡаһында әҫәрҙәренең баҫылып сығыуы тыйыла.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

1988 йылда Блага Димитрова хөкүмәткә ҡарамаған бер нисә ойошманың, шул иҫәптән Русе тирә-яҡ мөхитен һаҡлау буйынса комитет һәм асыҡлыҡ һәм реконструкция клубы нигеҙләүселәренең береһе була. Һуңыраҡ Болгария Демократик Көстәре Берләшмәһендә демократик клубтар Федерацияһы, «Асыҡ йәмғиәт» фонды етәкселегендә ҡатнаша.

Болгария халыҡ йыйылышы депутаты.

1992—1993 йылдарҙаи Болгария Республикаһының вице- президенты була. Үҙ вазифаһын президент Желю Желев ғәмәлдәре менән килешмәүе арҡаһында ҡалдыра.

Библиография

  • «До утре» (1959, шиғырҙар)
  • «Светът в шепа» (1962, шиғырҙар)
  • «Жена»
  • «Обратно време» (1965, шиғырҙар)
  • «Пътуване към себе си» (1965, роман)
  • «Осъдени на любов» (1967, шиғырҙар)
  • «Отклонение» (1967, роман)
  • «Мигове» (1968, шиғырҙар)
  • «Страшния съд» (1969, роман)
  • «Лавина» (1971, роман, 1981 йылда экранлаштырыла)
  • «Подземно небе» (1972, роман)
  • «Как» (1974, шиғырҙар)
  • «Младостта на Багряна и нейните спътници» (1975; авторҙашлыҡта)
  • «Дни черни и бели. Елисавета Багряна — наблюдения и разговори» (1975, авторҙашлыҡта)
  • «Гонг» (1976, шиғырҙар)
  • «Глухарчето» (1996, роман)
  • «Пространства» (1980, шиғырҙар)
  • «Лице» (1981, роман)
  • «Лабиринт» (1987, шиғырҙар)
  • «Между» (1990, шиғырҙар)
  • «Нощен дневник» (1992, шиғырҙар)
  • «Отсам и отвъд. Силуети на приятели» (1992)
  • «Знаци по снега» (1992)
  • «Белези» (1937—1997, шиғырҙар) (т. 1, 1997; т. 2, 1997)
  • «Нощна лампа сред бял ден», 1999; ISBN 978-954-492-141-5
  • «Времена», 2000; ISBN 978-954-439-659-6
  • «Събрани творби»

Бүләктәре

  • 1-се дәрәжә «Стара планина» олрдены
  • Димитров премияһы
  • Христо Данов исемендәге премия
    • Поляк ПЕН-клубы пермияһы, А. Мицкевич әҫәрҙәрен тәржемә иткән өсөн (1977),
  • А. Лундквист премияһы, швед шиғриәтен тәржемәләү өсөн,
  • Гердер премияһы (1991).

Етди онкологияауырыуы һәм ауыр инсульттан һуң вафат була

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар