Мирослав Матяшко (14 июль 1982 йыл) — словак биатлонсыһы. 2015/2016 йылдар сезонында карьераһын тамамлай.

Матяшко Мирослав
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Словакия
Тыуған көнө 14 июль 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (42 йәш)
Тыуған урыны Гандлова[d], Прьевидза[d]
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт командаһы ағзаһы VSC Dukla Banská Bystrica[d]
Масса 71 килограмм
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы 2006 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2014 — индивидуальная гонка (мужчины)[d][2]
Бейеклеге/буйы 182 сантиметр
 Матяшко Мирослав Викимилектә

Карьераһы

үҙгәртергә

Биатлон менән 1993 йылдан шөғөлләнә. «Дукл» хәрби-спорт клубында (Банска-Бистрица) шөғөлләнә. Тренеры — Кароль Кобела. 2001 йылдан алып Словакияның милли йыйылма командаһында.

2003 йылда юниорҙар араһында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында сығыш яһап, күмәк стартта чемпион һәм эҙәрлекләү ярышында һәм эстафетала көмөш призёр булды. 2003 йылда Европа чемпионатында юниорҙар араһындағы спринтта көмөш миҙал алды, донъя чемпионатында 15 километрға шәхси ярышта көмөш миҙал алды.

2004, 2009, 2011 һәм 2013 йылдарҙа йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаттарының бронза призёры. 2010 һәм 2012 йылдарҙағы йәйге биатлон буйынса Европа чемпионаттарының бронза призёры.

Донъя кубогы этаптарында 2002 йылдың 20 декабрендә дебют яһай. Подиумда бер тапҡыр ғына булды — 2011/2012 йылғы миҙгелдә Контиолахти этабында ҡатнаш эстафетала бронза алды. Шәхси дисциплиналарҙа иң яҡшы һөҙөмтә — 2010/2011 йылдар миҙгелендә Поплюка үткән этапта 6-сы урын.

Генераль классификацияла иң яҡшы һөҙөмтә — 2008/2009 йылдарҙа 103-сө урын. 2014/2015 йылдар миҙгелендә 2 мәрәй йыйып, 83-сө урынды биләй (2015 йылдың 10 февраленә ҡарата).

Өс Олимпиадала ҡатнашыусы. 2006 йылда Туринда спринтта (51-се урын), эҙәрлекләү ярышында (49-сы урын), шәхси ярышта (38-се урын) һәм эстафетала (14-се урын) сығыш яһай. 2010 йылда Ванкуверҙа спринтта (76-сы урын), шәхси ярышта (47-се урын) һәм эстафетала (15-се урын) стартҡа сыҡты. 2014 йылда Сочиҙа шәхси ярышта (58-се урын) һәм эстафетала (12-се урын) сығыш яһаны.

10 донъя чемпионатында (2003, 2004, 2005, 2006, 2007, 2008, 2009, 2011, 2012, 2013) ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтәләр — шәхси ярышта 35-се урын (2009), спринтта 66-сы урын (2004), эҙәрлекләү ярышында 55-се урын (2013) һәм эстафетала 9-сы урын (2008).

Уның ағаһы Марек (1977), шулай уҡ биатлонсы, өс олимпиадала ҡатнаша (2002, 2006, 2010).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Olympedia (ингл.) — 2006.
  2. https://www.biathlonworld.com/results/BT1314SWRLOG__SMIN