Маслова Валерия Олеговна

Маслова Валерия Олеговна (23 ғинуар 2001 йыл, Дондағы Ростов ҡалаһы) — Рәсәй гандболсыһы, Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Дондағы Ростов» гандбол клубының үҙәк һәм уң ярымурта уйынсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры. 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призеры. 2018 йылда юниорҙар араһындағы донъя чемпионы.

Маслова Валерия Олеговна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 23 ғинуар 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (23 йәш)
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы полусредний[d]
Спорт командаһы ағзаһы Ростов-Дон[d], ŽRK Budućnost[d], ЦСКА (женский гандбольный клуб)[d], Metz Handball[d] һәм Brest Bretagne Handball[d]
Спорт төрө Гандбол

Биографияһы үҙгәртергә

Валерия Олеговна Маслова 2001 йылдың 23 ғинуарында Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Мәктәптә уҡыу йылдарында спорт секцияларына йөрөй. Дондағы Ростовтағы шул уҡ исемдәге ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубында шөғөлләнә һәм ярыштарҙа шул уҡ ҡала клубы өсөн сығыш яһай.

2017 йылда Суперлигалағы уйын майҙансығында сығыш яһау сиктәрендә «Йондоҙ» командаһына ҡаршы уйнай һәм шунда уҡ уға туп бәреп индерә. Был турҙа Валерия 7 уйында ҡатнашып, шуның 13-ндә гол индерә.

Йәштәр араһындағы VIII йәйге Спартакиадала Валерия Олеговна Маслова иң яҡшы уйынсы тип таныла.

2020 йылдан алып Черногорияның Будучность клубы өсөн сығыш яһай[1].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • 2017/2018, 2018/2019, 2019/2020 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионы
  • 2018, 2019 йылдарҙа Рәсәй Кубогын яулай
  • Рәсәй Суперкубогы эйәһе 2017, 2018, 2019
  • 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призеры
  • 2018 йылда 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында гандбол буйынса донъя чемпионатында еңеүсе

Йыйылма командалағы карьераһы үҙгәртергә

2017 йылда Валерия Олеговна Маслова Европа-2018 чемпионатына һайлап алыу уйындарына спортсылар әҙерләү өсөн гандбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла[2]. 2018 йылда Польшалағы юниорҙар чемпионатында донъя чемпионы була.

2019 йылда буласаҡ донъя чемпионатының милли йыйылма командаһына саҡырыла[3]. 2019 йылда Японияла үткән донъя чемпионатының бронза призеры.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Воспитанница «Ростов-Дона» перешла в черногорскую «Будучность». 161.ru (4 февраль 2020). Дата обращения: 14 март 2020.
  2. Ростовская гандболистка Валерия Маслова: «В Европе будем бороться за победу». www.yapokupayu.ru. Дата обращения: 14 март 2020.
  3. Маслова Валерия Олеговна. rushandball.ru. Дата обращения: 14 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә