Мария Элеонора Бранденбургская
Мария Элеонора Бранденбургская (нем. Maria Eleonora von Brandenburg; 11 ноябрь 1599, Көнигсберг — 28 март 1655, Стокгольм) — принцесса Бранденбургская, кейәүҙә Швеция королеваһы.
Мария Элеонора Бранденбургская | |
нем. Maria Eleonora von Brandenburg | |
Герб | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Титул | королева-консорт[d] |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1599[3][4][5][…] |
Тыуған урыны | Көнигсберг, Герцогство Пруссия[d] |
Вафат булған көнө | 18 март 1655[3][6] (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Стокгольм, Швеция[7] |
Ерләнгән урыны | церковь Риддархольмена[d][3][8] |
Атаһы | Иоганн III Сигизмунд[d][3] |
Әсәһе | Анна Прусская[d][3] |
Бер туғандары | Екатерина Бранденбургская[d], Анна София Бранденбургская[d], Иоахим Сигизмунд Бранденбургский[d] һәм Георг Вильгельм[d] |
Хәләл ефете | Густав II Адольф[d][3][9] |
Балалары | Кристина[d][3] |
Нәҫеле | Гогенцоллерны[d] |
Һөнәр төрө | консорт |
Тасуирлау биттәре | sok.riksarkivet.se/bildv…[10] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Мария Элеонора Бранденбургская Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПринцесса Бранденбургская
үҙгәртергәМария Элеонора — курфюрст (кенәз) Иоганн Сигизмунд Бранденбургскийҙың һәм герцог Альберт Фридрих Прусскийҙың ҡыҙы Анна Прусскаяның ҡыҙы. Ҡыҙҙың атаһы реформат булыуына ҡарамаҫтан, принцессаны әсәһе лютеран динендә тәрбиәләй. Мария Элеонора буласаҡ ире Адольф Густав менән 1618 йылда Берлинда таныша, ул унда кәләш ҡарау өсөн йәшерен «Полковник Ганс» исеме аҫтында килгән була[11] Мария Элеонораның әсәһе Анна был никахҡа төрлө юлдар менән булышлыҡ итә, ә католиктар лагерында Бранденбург менән Швецияның яҡынайыуында ҡурҡыныс күрәләр. Шуның өсөн Польшаның короле Сигизмунд III үҙенең улы Владислав өсөн принцессаның ҡулын һорай. Курфюрст Иоганн Сигизмунд ҡыҙы өсөн был партия менән ризалашһа ла, уның ҡатыны Анна үҙенекен итә.
Никах килешеүенә ҡул ҡуйыу өсөн риксканцлер Аксель Оксеншерн етәкселегендәге Швеция илселеге һигеҙ карапта килә[12]. Иоганн Сигизмундтың скептик мөнәсәбәте шведтарҙың һөйләшеүҙәргә һығылмалы ҡарашына һәм тиҙ килешеү төҙөлөүенә сәбәп була.
Швеция королеваһы
үҙгәртергә1620 йылдың 25 ноябрендә Мария Элеонора Стокгольмда Швеция короле Густав II Адольфҡа кейәүгә сыға. 28 ноябрҙә Швеция королеваһына таж кейҙереү йолаһы үтә. Был никах бәхетле була. Густав Адольф үҙенең ҡатынын ярата, ҡатыны уны 8 мең кешелек ғәскәре башлығында Померанияға сыҡҡан сағында хәрби походта оҙата бара[13]. Әммә швед короле үҙенең еңел уйлаусан ҡатынын ил менән идара итеүгә йәлеп итмәй. Королеваны үҙ һүҙле, бик үк интеллектуаль яҡтан һәләтле түгел һәм темпераментлы итеп һүрәтләйҙәр. Музыкаға, һынлы сәнғәткә һәм архитектураға булған һөйөүе тәләфләүҙәр менән сиктәш була һәм ҙур бурыстарға килтерә. Швецияның үҙендә урындағы ғәҙәттәргә ят булған байлыҡҡа әүәҫлеге һәм сит ил кешеләренә ҡарата күңеле ятыуы арҡаһында популярлыҡ менән файҙаланмай. Густав Адольф, «Төньяҡ арыҫланы» 1632 йылда Лютцен эргәһендәге алышта һәләк була.
Тол королева
үҙгәртергәИренең үлеме Мария Элеонораны ныҡ тетрәндерә. Тиҙҙән Лютцендан килтерелгән иренең мәйете менән табутты гел үҙенең янында тота икән тигән имеш-мимештәр тарала, йәнәһе ул алтын шкатулкала иренең бальзамланған йөрәген һәр төндә карауаты өҫтөнә элеп ҡуя һәм Густав Адольфтың кәүҙәһен ерләргә ҡамасаулай[14]. Әммә тол королеваның тарихҡа ингән был истерияға хас, депрессив һәм бәрәшән образы 1980 йылдарҙағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрә, улар был образ швед юғары ҡатламының, бигерәк тә Оксеншерн ғаиләһенең пропагандалау эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән тип күрһәтә.
Мария Элеонораның 6 йәшлек ҡыҙы Кристина регент Аксель Оксеншерн янында рәсми рәүештә Швецияның королеваһы булып китә. Мария Элеонора Эрфуртта булған сағында иренең үлеме тураһында ишетеп, кисекмәҫтән Швецияға ҡайта. Бында королеваны бағыу һәм тәрбиәһе буйынса Оксеншерн менән конфликт килеп сыға. Ул үҙенең тол биләмәләренә Грипсхольм һарайына сығып китә, Оксеншерн уға швед дворяндарының тол ҡатындары файҙаланған азатлыҡтан мәхрүм ителеүе тураһында хәбәр итә. Уның Изге Рим империяһындағы туғандары, инәһе курфюрстина Магдалена Сибилла Прусская менән хатлашыуы цензура тарафынан тикшерелә, ә Мария, уның менән заговорсы һымаҡ мөғәләмә итәләр, тип зарланған була.
1640 йылда Мария Элеонора Швецияны йәшерен ташлап китеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Дания короле Кристиан IV ризалығы менән мажаралы хәлдәрҙә ул башта Готландҡа ҡаса, унда ул 1640 йылдың 24 июлендә пушканан салюттар менән тантаналы ҡаршы алына. Королеваның Грипсхольм замогынан ҡасыуын тик бер аҙна үткәс һиҙәләр, ә тағы дүрт көн үткәс, хәбәр итәләр. Мария Элеонора Нюкебингта дат һарайы янында йәшәргә ҡала.
1642 йылдың 24 декабрендә Мария Элеонораның Даниянан сығып китеүе тураһында килешелә. 1643 йылдың йәйендә ул Инстербургҡа күсеп килә һәм тол булараҡ үҙенең аҫрауына йылына 40 мең талер ала, ә ҡыҙы үҙенең средствоһынан өҫтәп тағы ла был сумманы арттыра. Тол королева йыш ҡына бранденбург курфюрисы һарайында була һәм швед аҫрауына бирелгән түләүҙәрҙең даими булмауына зарлана. 1644 йылда, Мария Элеонораның ҡыҙы Швециялағы власте үҙ ҡулына алып, Швеция һәм Бранденбург араһындағы никахҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса әсәһе менән бәйләнешкә инә[15].
Мария Элеонора 1648 йылда бөтөнләйгә Стокгольмға ҡайта. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡыҙы менән яҡшы мөнәсәбәттә була һәм ҡыҙының тәхеттән баш тартыуынан һуң күп тә тормай вафат була. Риддархольмский сиркәүендә ерләнә.
Вариҫтары
үҙгәртергәМария Элеонораның Швеция короле менән никахта тыуған балалары:
- ҡыҙы (1621)
- Кристина (1623—1624)
- улы (1625)
- Кристина (1626—1689), Швеция королеваһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Karl von Weber: Aus vier Jahrhunderten: Mittheilungen aus dem Hauptstaatsarchive zu Dresden. Band 1, B.Tauchnitz, 1861, S. 72 ff.
- Samuel Buchholtz: Versuch einer Geschichte der Churmarck Brandenburg von der ersten Erscheinung der deutschen Sennonen an bis auf jezige Zeiten. Band 3-4, F. W. Birnstiel, 1767, S. 578
- Hansbibliothek. 1852, 35 ff S.. (Digitalisat)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мария Элеонора Бранденбургская (англ.)
- Мария Элеонора Бранденбургская на сайте zeno.org (нем.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://biografiasampo.fi/henkilo/p1055
- ↑ Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. Klinge — Suomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Maria Eleonora (швед.) — 1917.
- ↑ Maria Eleanor // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Königin) Maria Eleonora (Schweden // Artists of the World Online, Allgemeines Künstlerlexikon Online, AKL Online (нем.) / Hrsg.: A. Beyer, B. Savoy — B: K. G. Saur Verlag, Verlag Walter de Gruyter, 2009. — ISSN 2750-6088 — doi:10.1515/AKL
- ↑ https://sok.riksarkivet.se/Sbl/Presentation.aspx?id=9106
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #129693774 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 410.
- ↑ Kindred Britain
- ↑ Ericsbergsarkivet, Svenska kungliga autografer, kronologiskt, SE/RA/720266/01/Vol.… mer
- ↑ (G)ustav (A)dolf (R)ex (S)ueciae
- ↑ Carl Friedrich Becker: Weltgeschichte: Achte neu bearbeitete, bis auf die Gegenwart fortgeführte Ausgabe. Duncker und Humblot, 1862, с. 347
- ↑ Friedrich Schiller: Schillers sämmtliche Werke: in zwei Bänden, Band 2, A.H. Papne, 1867, с. 994 (Digitalisat)
- ↑ Martina Schattkowsky: Witwenschaft in der frühen Neuzeit. Leipziger Universitätsverlag, 2003, с. 312
- ↑ Bernhard Erdmannsdörfer: Urkunden und Actenstücke zur Geschichte des Kurfürsten Friedrich Wilhelm von Brandenburg. Band 1, Georg Reimer, 1864, с. 588 f.